RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атлы шул ул беҙҙең егеттәр!

15.11.2016 Атлы шул ул беҙҙең егеттәр!

Атлы шул ул беҙҙең егеттәр!
Балаҡатай районының Ураҡ ауылынан фермер Ефим Ғәлләмов, йылҡы малын яратмаған башҡорт бармы икән, ти

– Бына шундай сая ул беҙ – башҡорт егеттәре! һис бирешмәйбеҙ! – тип асыҡ йылмайҙы йүгәнгә сат йәбешкән Ефим. Башығыҙҙан шундуҡ: “Ефим? Башҡорт егете?” – тигән уйҙар үтте инде, шулай бит? Эйе, Ефим Ғәлләмов – Балаҡатай ра­йонының Ураҡ ауылында йәшәүсе башҡорт егете, бында исем түгел, есем тураһында һүҙ йөрөтөү урынлы. Ул беҙгә үҙенең ғорурлығы – хужалығындағы иң шәп атты һыбай менеп, сабып күрһәтергә тырыша, ә беҙҙең йөрәк дөп-дөп тибә – малҡай шул тиклем көр һәм уйнаҡлап тора! Хатта хужаһына ла баш бирмәҫкә маташып, Ефимды ергә ҡат-ҡат ата ла бәрә! Ә бит үҙе быйыл ғына район һабантуйында хужаһы менән беренсе урын алған. Аңлашыла инде: һабантуй­ҙа аҡбуҙаттай осоу менән фотоға төшөү бер үк нәмә түгел шул, нишләп туҡтап торорға ти! Шулай ҙа бирешмәне егет: атты йүгәнләне, исеме генә түгел, үҙе лә ыласындай малҡай­ҙың сығынсылауына һоҡланып ҡарап торҙоҡ.

Ғәлләмовтарҙың хужалығында йылҡы күп кенә – 45 башҡа еткән. Ефим ҡасандыр, фермерлыҡ менән шөғөлләнәм тип, Өфөнө ташлап, тыуған яғына ҡайтҡан, кәләште лә баш ҡалабыҙҙа табып алып, Ураҡҡа күсергән. Ул әле ире менән йылҡысылыҡ эшен алып бара, иҫәп-хисапты тәртиптә тота. Дөйөм алғанда, Ғәлләмовтарҙың хужалығы ҡымыҙ бешеп һатыу менән шөғөлләнә, килемде ошо йүнәлештән ала. 45 баш атты ашатыр өсөн бесәне лә, башҡа аҙығы ла кәрәк. Шуға ла улар мал аҙығын да күпләп әҙерләргә мәжбүр. Артып ҡалған бесәнде Ураҡ ауылы тирәһендә йәшәүселәргә һатып ебәрәләр, был да файҙа килтерә. Ҡымыҙҙы һатып алырға теләүселәр бик күп, үҙҙәре билдәләүенсә, был юҫыҡта ауырлыҡ тыумай. Милли эсемлекте борондан ҡалған рецепт буйынса бешәләр, дәүләт стандарты ла күҙ уңында тотола. Батырҙар эсемлегенең ҡиммәтен белгән, файҙаһын аңлаған, тәмен һеңдереп эскән кешеләр күп шул был яҡтарҙа, уны ситтән килеп алыу­сылар ҙа бихисап. Үткенселәрҙе лә йәлеп итеү өсөн көнө-төнө тырышып, йәй айҙарында баш баҫып эшләйҙәр бында. Һорау булғас, кинәнеп эшлә генә инде! Ефим Ғәлләмов ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнер алдынан дәүләт ярҙамын да файҙаланған, “Башлаусы фермер” программаһы буйынса бер миллион һумға яҡын грант алыуға өлгәшкән. Билдәле булыуынса, был республика программаһы ауыл хужалығы буйынса эшен башлап ҡына тороусыларға йүнәлтелгән, тейешле ҡағыҙҙарҙы рәтләп, ысынлап та эшләргә тырышҡаныңды күрһәтә белһәң – грант һинеке. Ғәлләмовтар тап шундай юл менән алынған аҡсаға башҡорт тоҡомло аттар һатып алып, тәүге аҙымдарын башлаған, хәҙер инде хужалыҡтарын киңерәк йәйелдерә баралар.
– Ат йәнле кешемен, йылҡы малын шул тиклем яратам, хөрмәт менән ҡарайым. Ситтән, Учалы яҡтарына барып, һайлап алынғандар бит, йәп-йәш кенә тайҙар ине. Һәр береһен үҙем өйрәттем, исемдәр ҡуштым. Тәүҙә 17 баш ат бар ине, хәҙер 45-кә етте, – тип атының ялынан һыйпай-һыйпай эштәре тураһында һөйләй, күңел торошо менән бүлешә егәрле замандашыбыҙ.
Ефим Ғәлләмов хужалыҡтағы эштәр менән генә туҡтап ҡалмай, ваҡыт табып, балыҡ тотоу, һунар менән дә ныҡ ҡыҙыҡһына. Уның йорто тирәһендә ҡармаҡ кеүек махсус ҡорамалдар ҙа етерлек күренә, күңел өсөн генә йөрөһә лә, һунар ҙа уның ныҡлап ҡыҙыҡһынған шөғөлдәре иҫәбендә. Әйткәндәй, балыҡсылыҡ та файҙа килтерерлек тармаҡ, ҡулы эш белгән, күңелен һалған егет-ҡыҙҙарыбыҙ ошо эшкә тотонған осраҡта – килем оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Ауыл хужалығына бәйле эштәрҙән тыш, Ефим Ғәлләмов – район советы депутаты ла. Халҡын, ауылдаштарын, райондаштарын борсоған төрлө мәсьәләне хәл итеүгә үҙенең тос өлөшөн индерә алыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ул.
Эйе, аттар менән беҙҙең халыҡ араһында айырым бер ғәм, бәйләнеш бар шул, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе “ат аҫраусылар” тип кенә әйтеп булмай. Ефим Ғәлләмов та шундай атлы егеттәребеҙ иҫәбенән. Бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышҡан, ергә ерегеп, мал ҡәҙерен белгән кеше булараҡ, уның эше хуплауға лайыҡ. Әлбиттә, матур башланғысы, тырышлығы бының менән генә туҡталып ҡалмаҫ, уның хужалығы бешкән ҡымыҙҙы күптәр татып ҡарар әле!

Лилиә СИРАЕВА.
Тимур ИШКИНИН фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай