RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сибайҙар кирбес етештерә

29.08.2016 Сибайҙар кирбес етештерә

Сибайҙар кирбес етештерә
Урал аръяғы райондары иҡтисадын үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән республика комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу барышында төбәктә күп кенә яңы предприятие, ойошма һәм хужалыҡ барлыҡҡа килде. Сибайҙа асылған «Монолит» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре быйыл июлдә үҙҙәре етештергән продукцияның тәүге партияһын алып һөйөндө. Директор, тәжрибәле эшҡыуар Владимир Петрович Азов беҙҙе үҙенең шәхси предприятиеһы һәм уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы.
«Монолит» йәмғиәте ҡаланың элекке тимер-бетон изделиелары заводының бер корпусында урынлашҡан. Эшлекле, йүнсел хужа тәүҙә биләмәне сүп-сарҙан таҙартып, төҙөкләндереп, производство бинаһын ремонтлап алған. Артабан кирбес, тротуар плиталары эшләү өсөн сит ил ҡорамалдары, техника һатып алған һәм линияны сафҡа индергән. әйткәндәй, был эште йәйелдереү өсөн 50 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Инвестицияларҙың 49 процентын ҡытайҙар бирһә, ҡалғанын Владимир Азов үҙе индергән.
– ҡытайҙан килгән белгестәр махсус ҡорамалдарҙы урынлаштырып, көйләп, беҙҙе эшләргә өйрәтеп китте. әле кирбес етештереү линияһында 18 кеше эшләй. Уларҙың яртыһы – өйрәнсек. Цехтар тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, эшселәр һанын 60-ҡа еткерергә тип торабыҙ. Эш хаҡы 20 мең һумдан кәм булмаясаҡ. Был Сибай өсөн яҡшы күрһәткес. Эшселәр өсөн махсус белем талап ителмәй. Килгән кешене урында өйрәтәбеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса уҡытабыҙ, имтихан алабыҙ, – ти етәксе.
«Монолит» йәмғиәте Урал аръяғында бик тә кәрәкле продукция етештерә. Сибайҙа сығарылған эзбизташҡа цемент ҡушып, прес­лап яһалған кирбес үҙенең ныҡлығы һәм сифаты менән алдыра. Бетондың уникаль төҙөлөш материалы икәнен күптәр белә. Унан төҙөлгән биналар мәңгелек. Улар һыуға ла, эҫегә лә, һалҡынға ла бирешмәй. «Монолит» йәмғиәте кирбес, бордюр таштары һәм тротуар плиталарын заказ буйынса төрлө формала һәм төҫтә етештерә ала. ¤ҫкө йөҙө резина валсыҡтары ҡатнашмаһы менән ҡапланған тротуар плиталарын балалар һәм спорт майҙансыҡтарына түшәргә була.
– Производствоны тулы ҡеүәтенә екһәк, айына 3 миллион берәмек кирбес етештерәсәкбеҙ. Кирбес өсөн бетон ҡатнашмаһы әҙерләү, уны формаларға ҡойоу, преслау, упаковкалау өсөн 30 – 40 минут та етә. ә бына технологик талаптар буйынса кирбес тулыһынса ҡулланыуға әҙер булһын өсөн 28 көн кәрәк. Келәткә оҙатылған продукция ошо арауыҡ эсендә һурыға, кибә һәм ҡата. Сибай кирбесе М – 300 маркаһына тап килә, – ти Владимир Петрович.
«Монолит» йәмғиәте ошо көндәрҙә продукцияһына сертификат алып, киң һатыуға сығармаҡсы. Сибай, Баймаҡ ҡалаларының төҙөлөш ойошмалары, шулай уҡ Урал аръяғы райондары халҡы Сибайҙың юғары сифатлы кирбесенә өҫтөнлөк бирер, моғайын. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелгән тауар сифатлы ла, арзан да була.
Альбина ҠОҘАШЕВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай