«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Шәкәр диабетын дауалау



12.10.2019 Шәкәр диабетын дауалау


- Өс аҡ фасолде төнгөлөккә ярты стакан ҡайнап һыуынған һыуға һалып ҡалдырырға. Иртәнсәк фасолен ашарға һәм һыуын эсергә.

- Бер стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ куркума һалып бутарға. Ашарҙан бер сәғәт алда йә ашағандан һуң бер сәғәт үткәс эсергә. Дәрсен менән куркуманы шулай алмашлап эсергә мөмкин. Ә иртәнсәк фасолде ҡулланырға.

- Биш гөлйемеш емешен яҡшы итеп иҙеп, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш минут ҡайнатырға. Һуңынан 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алғас, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыуҙың һөҙөмтәһе булһын өсөн төнәтмәне бер ай буйы көн һайын эсергә кәңәш ителә.

- Тауыҡ үте ҡандағы шәкәрҙе яҡшы төшөрә! Ул яңы һуйылған йәш ҡоштоҡо булырға тейеш. Әгәр ҙә уны бауыры менән ҡуша ашаһағыҙ, бауырығыҙға ла файҙаһы ҙур булыр. Әлбиттә, күптәр уны ашарға йөрьәт итмәҫ. Әммә һөҙөмтәһе бик яҡшы.

- Көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан ҡайын бөрөһө төнәтмәһе эсергә. Ул түбәндәгесә әҙерләнә: өс ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 6 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға.

- Көҙгөһөн кәбеҫтәне тоҙлап, ҡыш буйы яртышар стакан тоҙло һыуын эсергә.

- Һуған һыуын да ҡулланырға мөмкин. Бер баш һуғанды түңәрәкләп ҡырҡып, бер литрлыҡ банкаға һалырға һәм тултырғансы һалҡын һыу ҡойорға һәм капрон ҡапҡас менән ябып, ете көн буйы йылы урында төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көн һайын ас ҡарынға 50 г эсергә.

- Бешкән һуған да бик яҡшы ярҙам итә. Уның өсөн бер баш һуғанды ҡабығы менән алып, табала бешерергә. Ҡыҙҙырырға түгел, ә бешерергә. Бешкән һуған йомшаҡ була, тәме лә татлы. Уны бер ай буйы көн һайын иртән ашарға мөмкин. Әкренләп ҡандағы шәкәр кимәле төшөр, өҫтәүенә, ябығырһығыҙ ҙа.

- Өс стакан ҡайнар һыуға 100 г һоло ярмаһы һалып, ҡапҡасын ябып, 15 минут пар өҫтөндә тотоп, йылытырға. Һуңынан 45 минут бүлмә температураһында һыуытырға. Һө­ҙөп, өс стакан ҡайнаған һыу өҫтәргә һәм быяла һауытҡа ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға. Ҡапҡасы ныҡ итеп ябылырға тейеш. Көн һайын ашарҙан ярты сәғәт алда йылы килеш яртышар стакан эсергә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға