«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡабаҡ өлгөрҙө



24.09.2019 Ҡабаҡ өлгөрҙө

Әле баҡсала ҡабаҡтың өлгөргән сағы. Ҡояш нурҙарына ғына иркәләнеп бешкән был йәшелсәлә әллә күпме витамин, минераль матдә бар. Ҡабаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында тотош китап яҙырлыҡ. Шуға күрә ул халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла.

Файҙалы үҙенсәлектәре
- Күреү һәләтен яҡшырта. Ҡабаҡта А витамины (каротин) бар. Ул күҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай, төрлө ауырыуҙан һаҡлай.
- Аш эшкәртеү өсөн файҙалы. Диетологтар һимеҙҙәргә лә, ябыҡтарға ла уны туҡланыу рационына индерергә кәңәш итә. Ҡабаҡтың йомшаҡ туҡлыҡлы өлөшө организм тарафынан еңел үҙләштерелә. Көндөҙ ныҡ итеп ашағандан һуң, бер-ике киҫәк ҡабып ҡуйғанда, ашҡаҙанға ауыр ашты үҙләштереүе еңелерәк булыр ине. Һис һүҙһеҙ, әлеге йәшелсә төрлө диетала төп урынды биләй. Түбән калориялы ризыҡ булараҡ, кәүҙә ауырлығын арттырмай, киреһенсә, организмды таҙартыу үҙенсәлегенә эйә булыуы менән артыҡ кило­грамдарҙан арынырға ярҙам итә.
- Ҡабаҡ гипертониктар өсөн дә яҡшы, организмдан шлактарҙы, токсиндарҙы һәм холестерин ҡалдыҡтарын сығарыуға булышлыҡ итә. Даими рәүештә һутын эсеү ҡан баҫымын да нормаға килтерә, ҡан тамырҙарын нығыта, шулай уҡ кешенең һыу-тоҙ балансын нормаға килтерә. Туберкулез таяҡсаларының үҫешен тотҡарлау һәләтенә лә эйә. Шунлыҡтан табиптар пиелонефриттан һаҡланыу өсөн дә ҡабаҡ ашарға ҡуша.
- Составында тимер һәм Т витамины күп. Организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм ҡандың ойошоусанлығына булышлыҡ итә.
g Бик һәйбәт бәүел ҡыуҙырыу сараһы ла булып тора. Унда һыу (90 процентҡа тиклем) һәм калий тоҙҙары күп. Был иһә үҙ сиратында бөйөрҙәге һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙан арыныуға килтерә. Бөйөр ауырыуҙарын, геморройҙы, бәүел ҡыуығын дауалағанда был йәшелсәне сей килеш ашарға ҡушалар.
- Кәйефте күтәрә һәм йоҡо­һоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә, шулай уҡ нервы системаһын нығыта, тынысландыра. С витаминына бай булыу сәбәпле, иммунитетты һаҡлай һәм нығыта. Уны ашаған кешенең организмы йыл буйы вируслы ауырыуҙарға ҡаршы тора ала. Башҡа йәшелсәгә ҡарағанда, ҡабаҡты оҙаҡ һаҡлап була, тимәк, яҙын, ҡышын шифалы аҙыҡ менән туҡланыу мөм­кинлеге бар.
- Ҡабаҡ иҙмәһен йыш ҡына төрлө йәрәхәткә, янған урынға, экземаға, сабыртмаға ҡаршы ҡулланалар. Ул ауыртыуҙы баҫа һәм яраны уңалта.
- Әлеге көндә яман шешкә ҡаршы нисек көрәшергә – аныҡ ҡына яуап юҡ, әммә ҡабаҡты йыш ҡулланыусы кешеләрҙең туберкулез һәм тамаҡ яман шеше ауырыуы менән һирәгерәк ауырыуы билдәле.
- Олоғайғас та йәш булып күренгегеҙ килһә, мотлаҡ ҡабаҡ ашағыҙ. Сөнки уның ярҙамында туҡымалар алмашыныуы яҡшыра, күҙәнәктәр яңыра, һөйәктәр нығый, эшләү һәләте арта, йоҡо яҡшыра.

Шулай итеп, ҡабаҡтың 90 процент һыуҙан тороуын белдегеҙ. Әммә ул ябай ғына һыу түгел, ә организмға ғәйәт файҙалы туҡлыҡлы шыйыҡса. Мәҫәлән, ҡабаҡ һутында пектин бар. Ул матдәләр алмашыныуында ҙур роль уйнай. Зыянлы холестеринды кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта, шулай уҡ организмдың зарарлы радиоактив элементтарҙан һәм токсиндарҙан таҙарыныуына йоғонто яһай.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға