«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күҙҙәр һәм инфекция



10.09.2019 Күҙҙәр һәм инфекция

Күҙҙәге инфекция ауырыуҙарын ваҡытында дауаламағанда, етди проблемаларға килтереүе ихтимал. Әммә ялҡынһыныуҙың сәбәбен асыҡлау бер ҙә еңел түгел. Мәҫәлән, конъюнк­тивиттың төп сәбәбе – күҙҙең лайлалы ҡатламына хламидия эләгеү. Әммә шул уҡ ваҡытта ялҡынһыныу ниндәйҙер бактерия инфекцияһы эләгеүҙән дә башланып китеүе ихтимал. Ошо ике сәбәбен дә асыҡлап, дауаламай тороп, ауырыуҙы еңеп булмай.

Ялҡынһыныу ваҡыты-ваҡыты менән киренән ҡабатланып торғанда офтальмологҡа түгел, ә окулист-инфекционисҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Күҙ инфекция ауырыуҙарының билдәләре бер-береһенә оҡшаш булыуы мөмкин. Шуға күрә табипҡа тышҡы билдәләр буйынса ғына дөрөҫ диагноз ҡуйыуы еңел түгел. Диагноз ҡуйыу һәм һөҙөмтәле дауалауға ирешеү өсөн комплекслы диагностика талап ителә. Йәғни аллергияға, вируслы инфекцияға, хламидийҙарға анализ бирергә, бактериаль фонды тикшереп, ялҡынһыныуҙы тыуҙырыусы микробты асыҡларға, бәшмәктәргә, демодикозға тикшереү үткәрергә.

Күҙҙең инфекция ауырыуҙарын дауалау ҙа комплекслы алып барылырға тейеш. Һөҙөмтә булһын өсөн, күҙгә альбуцид тамыҙыу ғына етмәй. Ул ваҡытлыса ғына ауыртыуҙы баҫа. Ваҡыты-ваҡыты менән ауырыуҙың билдәләрен баҫып торғансы, бер тапҡыр яҡшы итеп дауаланыу зарур. Патологияны тулыһынса бөтөрөү өсөн, ғәҙәттә, бер юлы бактерияларға, вирус­тарға, паразиттарға һәм бәшмәктәргә ҡаршы бер нисә төр дарыу ҡулланыла. Тап шул осраҡта ғына ауырыуға килтереүсе сәбәпте бөтөрөп, уның ҡабатланыуынан ҡотолоп була.

Мәҫәлән, шул уҡ конъюнктивитты ғына алғанда ла, вируслы йә хламидиялы инфекциянан барлыҡҡа килеүе ихтимал. Киҙеү эпидемияһы ваҡы­тында ул йыш ҡына аденовирустарҙан ярала. Улар күҙҙең лайлалы ҡатламына эләккәндән һуң бер нисә сәғәт эсендә көслө ялҡынһыныу тыуҙыра. Күҙҙе әсеттереп, ҡырҡып алып бара, күҙ ҡыҙарып, туҡтауһыҙ йәш ҡойола башлай, ҡабаҡтары шешеп сыға. Быларға өҫтәп, эрен аға, төндә ул керпектәргә йәбешеп, ҡата. Хроник конъюнктивитта бындай үҙгәрештәр улай уҡ көслө булмай: күҙҙең лайлалы ҡатламы еңелсә ҡыҙарып, әҙерәк кенә эренләп тора.

Конъюнктивиттың сәбәбе төрлө бул­ғанлыҡтан, дауалау өсөн дә төрлө препарат ҡулланыла. Ниндәй дарыу менән дауаларға, быны комплекслы тикшереү үткәргәндән һуң табип ҡына билдәләй ала. Мәҫәлән, ул ниндәйҙер бактерия эләгеүҙән барлыҡҡа килһә, киң спектрға йоғонто яһаусы антибиотиктар ярҙам итә. Вирустан булғанда, «Интерферон», «Зовиракс», «Интерпан» кеүек вирусҡа ҡаршы тороусы препараттарҙың йоғонтоһо көслөрәк. Дөрөҫ һайланмаған дарыуҙың тағы ла насарыраҡ эҙемтәләргә килтереүе их-тимал. Ул саҡта инде күҙҙең үҙен һаҡлап алып ҡалыу тураһында уйларға тура килеүе бар.

Тағы бер күҙ ауырыуы – блефарит (күҙ ҡабағы шешенеүе) менән дә шундай уҡ хәл. Уның да сәбәптәре күп һәм төрлө, сөнки инфекция тыштан да, эстәге органдарҙан да эләгеүе бар. Тонзиллит, кариес, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ла күҙ ҡабағы ауырыуына сәбәпсе була икән. Шуға күрә ошондай хроник сирҙәрҙе дауалап ҡына ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоп була. Бынан тыш, туҡланыу рационына ла иғтибар итергә кәрәк: майлы һәм тоҙло-боросло ризыҡтарҙан баш тартырға тура килер.

Һәм, әлбиттә, инфекция ауырыуҙары ҡабатланған осраҡта, иммунитетты нығытыу хаҡында уйларға кәрәк.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға