«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киләсәк тураһында борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ



12.08.2019 Киләсәк тураһында борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ

Бик сетерекле һорауым бар ине. Ғаилә ҡорғаныбыҙға 14 йыл, биш йәшлек ҡыҙыбыҙ бар. Был баланы бик оҙаҡ дауаланғандан һуң, Алланан инәлеп-ялбарып һорап алдыҡ. Табиптарҙың диагнозы етди: башҡаса бала таба алмаясаҡмын. Йәш тә бара, тиҙҙән ҡырҡ тула. Балабыҙҙы, ғөмүмән, балаларҙы ныҡ яратабыҙ. Ирем үҙенең яҡындарының, хатта таныштарының балаларына ла бүләкһеҙ-күстәнәсһеҙ йөрөмәй. Бала йәнле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мине киләсәгебеҙ борсой: ирем мине ташлап китмәҫме, уның һөйөүе түлһеҙлегем арҡаһында бөтмәҫме? Шунан ипләп кенә опекаға бала алыу тураһында уйлана башланым. Сайттарҙан ҡарайым, кәрәкле документтарҙы өйрәнәм – беҙ опекунлыҡҡа тап киләбеҙ һымаҡ. Башҡортостанда ла балалар күп икән, шуларҙы ла ҡарап сыҡтым, әлегә күңелгә ятҡаны юҡ. Шөрләтә лә, нисек төптө сит кеше балаһын яратырға икән? Балалар йортонан алырғамы, приюттанмы, әллә яңы тыуғандымы? Үҙ ҡыҙыбыҙ ҙураймаҫ элек бер-ике бала алһаҡ, яҡшы булыр, тим. Иремә был турала өндәшмәнем. Риза булмаҫ, тип ҡурҡам. Уға нисегерәк, риза булырлыҡ итеп, был хаҡта әйтергә икән?

Рәзилә, 38 йәш.

Хәйерле көн, Рәзилә һылыу. Хатығыҙҙан оҙаҡ уйланып йөрөгәнегеҙ һиҙелә. Һәм һеҙ, һис шикһеҙ, бик урынлы һорауҙар бирә­һегеҙ. Кеше балаһын – яҡындарығыҙҙың, таныштарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың – яратыуы, тупылдатып һөйөүе, супылдатып ҡына үбеүе, иркәләп-наҙлап, шунан ата-әсәһенә кире тоттороп, иркен тын алып ҡуйыуы рәхәт. Ризаһығыҙмы? Һеҙҙең дә күңелегеҙ булды, баланың да, уның ата-әсәһенең дә: бөтәгеҙ ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле. Ҡурсыуға алған балаларҙы ла “уйнап” туйғандан һуң кире ҡайтарған осраҡтар, йыш булмаһа ла, осрап тора. Үкенескә күрә, бындай осраҡтар һирәк тип тә әйтеп булмай.

Рәзилә, миңә һеҙҙең фекерегеҙ ҡыҙыҡ. Әйтегеҙсе, ни өсөн оло кешеләр баланы балалар йортона йә иһә приютҡа кире ҡайтарып ҡуя? Буласаҡ ҡабул итеүсе, йәғни “замещающая”, ғаилә махсус уҡыуҙар үтә, психологтар улар менән аралаша, баланың холоҡ-фиғеле менән таныштыра, үҙен­сә­лектәрен һөйләй. Опекундар уны бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа ғына алып ҡайта, туған­дары-яҡындары менән таныштыра. Һәм... матур ғына башланған аралашыу ҡот осҡос фажиғә менән бөтә. Ололар өсөн, бәлки, был хәл тиҫкәре күңел кисереш­тәренә бәйле бер эпизод ҡына булһа, бала өсөн – фажиғә. Тимәк, унан тағы ла баш тарттылар... Артабан ни булырын күҙаллап тормайыҡ, тик нисек бар – шулай әйтеп үтәм: ҡапыл ғына, ниндәйҙер ҡаза арҡаһында етемлеккә дусар булған бала­ларҙы, ҡағиҙә булараҡ, туғандары ситкә ебәрмәй. Ә балалар йортонда, приютта кемдәр? Үкенескә күрә, балаларыбыҙҙың күбеһе асоциаль, йәғни имен булмаған ғаиләнән сыҡҡан. Иманым камил, Рәзилә, ул бәләкәстәр күргәнде (әгәр ҙә үҙегеҙ эскесе йә иһә наркоман ғаиләһендә йәшә­мәһәгеҙ) бер ҡасан да күр­мәгәнһегеҙ, белмәгәнһегеҙ, Аллаға шөкөр. Тик тап ошо юҫыҡта килеп сыға ла инде ҡытыр­шылыҡтар. Үҙ башынан үтмәгәнде, кисер­мәгәнде ололарға аңлауы, ҡабул итеүе ауыр. Баланы, әйтергә кәрәк, психикаһы ҡаҡшаған етемәкте, үҙ йорттарына индер­гәс, улар бөтөнләй “теҙген”де бушата: әйҙә, үҙе теләгәнсә йәшәһен, күрмәгәнен күрһен йәки, кире­һенсә, “тын алмаҫлыҡ” итеп тарталар (шашып китмәһен, әйткәнде бер һүҙҙән тыңлаһын, тәртипле булһын). Ҡот осҡос тормош тәжрибәһе туплаған бала үҙ-үҙен яҡлай һәм һаҡлай белә. Беҙҙең ҡурсалаусы ғаилә ағзалары был турала онотоп ебәрә. Йәғни улар үҙҙәрен йәбер­ләр­гә бирмә­йәсәк! Аңлай­һығыҙмы, Рәзилә? Мин һеҙҙе ҡурҡыт­майым, ғаиләгеҙгә бала алмағыҙ, тимәйем, ә киреһенсә, әҙерләйем. Бала ҡабул итер алдынан уның йәшәү тарихын өйрәнеү, бәләкәс кенә йөрәгендә һәм күңелендә ниҙәр ятыуын аңлау зарур. Был категориялағы балаларға айырым, үҙен­сәлекле мөнәсәбәт талап ителә. Яҡшы, аҡыллы, тыңлаусан, һау баланы кем дә яра­та, ә бында... Сабырлығығыҙ самалы бул­һа, тәрбиәгә алырға ынтылмағыҙ. Һәр бер кешегә лә бирелмәй ул, шуны ҡабул итә белергә кәрәк. Һәм һеҙ бит яңғыҙ түгел, хәләл ефетегеҙ ни тиер? Уның уй-фекерен белмәйенсә, һөйләшмәйенсә, кәңәш­ләшмәйенсә булмайҙыр бит? Бәләкәс кенә булһа ла, ғаиләгеҙҙең тағы ла бер ағзаһы – ҡыҙығыҙҙан да рөхсәт кәрәк буласаҡ. Күңелегеҙ етемдәргә ярҙам итергә атлыға икән, берәй приют, балалар йорто менән дуҫлашып алығыҙ. Унда үткән төрлө проектта, сарала ихлас ҡатнаша алаһығыҙ, был тыйылмаған.

Рәзилә, киләсәгегеҙҙе яманға юрамағыҙ, зинһар. Бөгөнгөгөҙгә бағығыҙ. Сәскә кеүек балағыҙ, берәү генә булһа ла, тупылдап йүгереп йөрөй. Яратҡан ирегеҙ, таяныс-терәгегеҙ эргәгеҙҙә. Ғаиләгеҙ тулы, матур, һау һәм бәхетле. Ошо үҙе үк рәхмәтле булырға, шөкөр ҡылырға, бәхетле йылмайырға сәбәп түгелме ни? Алдағыһы... үҙегеҙ беләһегеҙ кем ҡулында икәнен. Шулай ҙа, киләсәк тураһында артыҡ борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға