«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?



27.08.2019 Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

Бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында ни өсөн таштар барлыҡҡа килә, уларҙан нисек ҡотолорға һәм сирҙе ҡайһылай иҫкәртергә?

Йәнде алырҙай бөйөр сәнсеүен кисергән кешеләр был сирҙе ҙур ҡурҡыу тойғоһо менән телгә ала һәм бөйөр өйәнәгенең ҡабатланыуын кисектереү өсөн табиптарҙың бөтә кәңәшен дә үтәргә әҙер. Табиптар әйтеүенсә, үтә ныҡ ауыртыныуҙарҙың һәм сәнсеүҙең сәбәбе, ғәҙәттә, бөйөрҙә йәки бәүел сығарыу юлында таштарҙың барлыҡҡа килеүенә бәйле.

Бөйөр, мәғлүм булыуынса, бәүел менән бергә һыуҙа артыҡ иремәүсән, ә ҡайһы бер осраҡта ваҡ кристалл хәлендә булған тоҙҙарҙы организмдан ҡыуа. Бөйөрҙөң, бәүел сығарыу юлының торошо һәм эшмәкәрлеге яҡшы булғанда, кристалдар әүҙем бәүел ағымы менән тышҡа сығарыла. Әммә төрлө сәбәп арҡаһында тоҙҙар организмдан сығып өлгөрмәй икән, улар бөйөрҙә йәки бәүел ҡыуығында туплана һәм яйлап ҡына ташҡа әүерелә, был таш конкремент тип атала. Медицинала был процесс нефролитиаз һәм цистолитиаз («литиаз» – таш барлыҡҡа килеүе) тигән атама менән йөрөтөлә.

Бөгөн бәүел-таш сиренең аныҡ ҡына концепцияһы юҡ. Төрлө факторға нигеҙләнгән сир булғас, уның үҫеше организмда һәм бәүел сығарыу системаһында барған физик-химик процестарға бәйле. Был тәңгәлдә матдәләр алма­шыныуының һәм гормондар эшмәкәрлегенең боҙолоуы, тәү сиратта параҡалҡан биҙе (паращитовидная железа) функция­ларының сафтан сығыуы ҙур роль уйнай. Әммә таштарҙың барлыҡҡа килеүе – йыш ҡына бәүел юлының шешеү процесының йәки организмда хроник инфекцияларҙың «сәскә атыуы»ның һөҙөмтәһе. Сирҙең нәҫелдән килеүе лә ихтимал.

Әммә бөгөнгө ысынбарлыҡта ата-әсәләре таш сире менән ауырымаған кешеләр ҙә йыш ҡына әлеге сир менән интегә. Һәм был осраҡта уның барлыҡҡа килеү сәбәбе кешенең йәшәү рәүешенә бәйле булып сыға. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, пациенттарҙың күбеһендә сир дөрөҫ туҡлан­мауҙан килә. Балансланмаған туҡланыу, теге йәки был продуктты саманан тыш ҡулланыу, консер­валанған, тиҙ әҙерләнә торған («фаст-фуд») аҙыҡтар менән мауығыу, аяҡ өҫтө ашап йөрөү, шулай уҡ шыйыҡсаны аҙ ҡулланыу – быларҙың барыһы ла таштар барлыҡҡа килеүгә уңайлы шарттар тыуҙыра. Орга­низмға тейешле физик көсөр­гәнештең булмауы ла үҙенең өлөшөн индерә.

Беҙҙең географик һыҙатта аҡҡан һыуҙағы тоҙҙарҙың химик составына ҡарап, рәсәйҙәрҙә, ғәҙәттә, оксалат (ҡуҙғалаҡ кислотаһы), урат (бәүел кислотаһы), фосфат (фосфор кислотаһы) таштар йәки уларҙың ҡатнашмалары барлыҡҡа килә.


Оксалаттар


Таралыуы буйынса беренсе урынға оксалат таштарҙы ҡуйырға мөмкин. Улар эске һәм тышҡы сәбәптәр буйынса организмда ҡуҙғалаҡ кислотаһы алма­шыныуының боҙолоуынан бар­лыҡҡа килә. Атап әйткәндә, быға составында ҡуҙғалаҡ кислотаһы күп булған аҙыҡтарҙы (шпинат, ҡуҙғалаҡ, томаттар һ.б.) артыҡ күп ашау кире йоғонто бирә. Бөйөрҙә йәки бәүел сығарыу юлында оксалаттар­ҙың формалаша баш­лаған осоронда матдәләр алмашыныуы ҡайһы саҡта шул тиклем боҙола, хатта организм С витамины антиоксидантына ла ҡәтғи һәм кире тәьҫир итә, таш барлыҡҡа килеү процесын тағы ла әүҙемләштереп, хәлде киҫкен­ләштерә. Был осраҡта составында аскорбин кислотаһы (цитрустар, ҡарағат, һырғанаҡ, томаттар һ. б.) булған аҙыҡтарҙы сикләргә, ә иҫкәртеү сараһы итеп ҡуҙғалаҡ кислотаһы алмашыныуын яйға һалыусы В1, В6 витаминдарын ашарға кәңәш ителә.

Ураттар


Урат таштары – матдәләр ал­машыныуының боҙолоуы эҙем­тәһе. Бындай патологияны элек «бөйөр подаграһы» тип атағандар. Сөнки ябай подагра сире менән ауырығанда, шундай уҡ тоҙҙар быуындарға ултыра. Йәғни быуын һәм бөйөр подаграһының бар­лыҡҡа килеү процесы бер үк, тик тоҙҙарҙың туп­ланыу урыны ғына төрлө. Пурин тигән матдә алмашыныуы бо­ҙолғанда, ураттар бар­лыҡҡа килә. Сирҙең шулай уҡ нәҫел буйынса ла күсеүе ихтимал. Әммә һуңғы осорҙа урат таш­тарының барлыҡҡа килеүенә икенсе бер мөһим фактор – ит консервалары менән артыҡ мауығыу булышлыҡ итә.

Баҡтиһәң, бындай продукттарҙа пурин технологик йәһәттән эш­кәртелгән хәлдә була, шуға ла улар тиҙ һәм еңел үҙләштерелә. Йәғни, консервалар менән туҡ­ланған кешенең организмына пурин тейешле кимәлдән күберәк инә һәм уларҙың алмашыныуы боҙола. Асыҡланыуынса, урат таштарын алдырыу маҡсатында операция өҫтәленә ятҡан пациент­тарҙың күбеһе ауырлығын кәметеү өсөн аҡһымға бай аҙыҡ ашауҙы күҙ уңында тотҡан «Кремль диетаһы» менән мауыҡҡан. Ә аҡһымда пурин бик күп. «Кремль диета­һы»на ултырыусылар ысынлап та ябыға, әммә был бәхет менән бергә организмға зыян да килә.

Әммә бының менән саманан тыш мауығырға ярамай, ти диетологтар. Әйткәндәй, балыҡ диета­һын тотоусы кешенең организмында бәүел таштары бөтөнләй барлыҡҡа килмәй.

Урат таштарын асыҡлағанда, ит ашауҙы сикләү менән бергә, бигерәк тә кискеһен ит суб­продукт­тарын, шулай уҡ кофены, шоколадты, алкоголле эсем­лектәрҙе, ҡурылған һәм әсе блюдоларҙы ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә. Фасоль, әлморон емештәре бындай саҡта айырыуса ныҡ файҙалы. Был кәңәштәргә оксалат таштар булғанда ла ҡолаҡ һалыу артыҡ булмаҫ.


Фосфаттар


Фосфат таштарына килгәндә, улар йыш ҡына бәүел сығарыу юлдарының хроник инфекциялары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әгәр быға матдәләр алмашыныуының боҙолоуын өҫтәгәндә, сирҙе дауалау тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ. Һөйәк һынып, оҙайлы ваҡыт түшәктә ятырға мәжбүр булған пациенттарҙа фосфат таштарының йыш күҙәтелеүе лә осраҡлы түгел. Физик көсөргәнеш етмәү сәбәпле, пациенттың һөйәктәренән артыҡ минераль тоҙҙарҙы сығарыу процесы әүҙемләшә. Ә улар бәүел аша ғына сығып өлгөр­мәй, әкренләп бөйөргә ултыра.
Фосфат таштары булған сирлеләрҙең туҡланыу рационынан һелтеле минераль һыуҙар, һөт, тәм-том, әсе ҡабымлыҡтар алынырға тейеш. Картуфты, ҡуҙаҡлыларҙы, ҡабаҡты, еләкте, йәшелсәне, эремсекте, сырҙы сикләргә кәрәк. Көн һайын аҙыҡҡа петрушка ҡушып ашау яҡшы һөҙөмтә бирә. Шулай уҡ ит, виноград, йәшел алма, груша, ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтар, үҫемлек майы, тоҙланған кәбеҫтә, ҡыҙыл көртмәле, ҡатыҡ, ҡаймаҡ ашау кәңәш ителә.

Күреүегеҙсә, бәүел-бөйөр таштары сиренең һәр төрөнә диета терапияһы ла төрлө, ҡайһы саҡта хатта ҡапма-ҡаршы. Әммә таштар саф миҡдарҙа бик һирәк осрай, улар барлыҡ сирлеләрҙең 50 процентҡа тиклемендә генә теркәлә, ә ҡалғандарҙың бәүелендә составы һәм пропорцияһы буйынса төрлө нисбәттә булған полиминерал конкременттар ташҡа әйләнә. Уларҙың аныҡ химик составын да организмдан сығарылғас ҡына асыҡларға мөмкин. Бәүел-таш сирен дауалауҙың төп ҡатмарлығы бына шунда ла инде.

Ҡом барлыҡҡа килмәһен өсөн


Бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаҫ өсөн инфекцияларҙы иҫкәртеү, ОРЗ, киҙеү, тамаҡ шешеү кеүек сирҙәрҙе ваҡытында дауалау зарур.

Бәүел тәүлегенә 1,5 – 2,5 литр булырҙай итеп, тейешле күләмдә шыйыҡса эсеп тороу бик мөһим. Ул артыҡ тоҙҙарҙы йыуҙырыу һәм бәүел сығарыу юлына микробтар эләгеү ихтималлығын кәметә. Табип кәңәше буйынса аҙ минералланған һыу эсеү курсын үткәреү ҙә файҙаға ғына. Үҙебеҙҙең шифаханаларҙа дауаланыу тағы ла яҡшыраҡ. Минераль һәм ябай һыу эсеүҙән тыш, еләк морстарын һәм үлән сәйҙәрен эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Организмдағы матдәләр алмашыныуын көйләргә фитотерапия, диета терапияһы, физиотерапевтик процедуралар ярҙам итә. Әгәр асыҡланған таштың төрө билдәһеҙ икән, күберәк мүк еләген (ниндәй хәлдә булһа ла), ҡара көртмәле, миләш, ҡыҙыл көртмәле, виноград, борсаҡ, һуған, кишер, ҡыяр, баклажан, керән ашарға кәңәш ителә. Кәбеҫтә, крыжовник, миндаль, кишер, слива, һарымһаҡтың бәүел ҡыуҙырыу сифатына эйә булыуын да күҙ уңында тоторға кәрәк.

Билдәле булыуынса, ҡарбуз бөйөрҙән таштарҙы йыуып сығара алыу сифатына эйә. Әммә фосфат таштары ултырғанда уны ашауҙы кисектерергә кәрәклеген дә иҫтән сығарырға ярамай.

Фосфат таштарға «бай» кешеләргә ҡыҙыл көртмәленең япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәне эсергә кәрәк (бер стакан ҡайнаған һыуға 1 ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәле япрағын һалып, икенсе һауытта ҡайнап торған һыуға стаканды ултыртып, 30 минут парҙа тоторға (водяная баня). Бөйөр һәм бәүел сығарыу юлы сирләгәндә был сара бәүел ҡыуҙырыу һәм дауаланыу өсөн бигерәк тә яҡшы. Шулай уҡ ҡырҡбыуын, кукуруз, бәпкә үләне, ҡайын бөрөһө, укроп тамырынан әҙерләнгән төнәтмәләр барлыҡ төр таштар булғанда ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Уларҙан да үрҙәге рецепт буйынса төнәтмә әҙерләргә кәрәк.

Диета терапияһына килгәндә, тәү сиратта бөйөрҙә йыйылған таш­тарҙың төрөн һәм мат­дәләр алма­шыны­уының боҙолоу сәбәбен билдәләү мөһим. Барыһы өсөн дә төп принцип – дөйөм ҡулла­нылған аҙыҡ күләмен кәметеү һәм рационды төрләндереү. Ташы булғандарға сирҙең аҙып китеүен иҫкәртеү маҡсатында бәүелгә һәм ҡанға биохимик тикшереүҙәр үткәртеп тороу зарур.

УЗИ үткәргәндән һуң организмығыҙҙа таш түгел, ә ваҡ ҡына кристалдар барлығы асыҡланһа, «һыу һөжүме»нә күсергә мөмкин (һуттар, һөтлө сәй, аҙ газландырылған минераль һыу, ҡарбуз һ.б.). Бындай процедураны аҙна-ун көнгә бер тапҡыр ҡабатлау кристалдарҙы йыуҙыра.

Таш ҡуҙғалһа…


Бәүел-таш сире төрлөсә үтә. Ҡайһы бер саҡта сирҙең өйәнәге тормошта булған бер ҡурҡыныс мәл генә булып ҡала, әммә кешенең хәле йыш ҡына ҡатмарлашыуы ла ихтимал. Әгәр таш бөйөр киртегендә (чашка) йәки лаҡанында (лоханка) икән, ул ваҡыты-ваҡыты менән оҙаҡҡа һуҙылған ауыртыныуҙы ҡуҙғыта. Оҙайлы ваҡыт дауамында үҙе хаҡында белдермәүе һәм тик берәй медицина тикшеренеүен үткәндә асыҡланыуы мөмкин. Ҙур таш (5 – 7 сантиметр) ҡайһы саҡта кешене әллә ни борсомай, ә ҡайһы бер мәлдә бөйөрҙән тар ғына бәүел юлына төшкән һәм лайланы ҡуҙғытҡан бәләкәй таш та ныҡ ауыртыныу, сәнсеү тойғоһон уята (бөйөр сәнсеүе).

Бындай сәнсеү, ҡағиҙә булараҡ, ҡапыл барлыҡҡа килә һәм үҙенең әүҙемлеге, көсө буйынса миокард инфарктына йәки берәй йәрәхәт алыу­ға тиң. Бындай саҡта сирле кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға бел­мәйенсә тынғы­һыҙлана. Аппендицит сире ме­нән яфаланған кеше, мәҫәлән, ауыртыуҙы икенсе бер поза табып кәметә алһа, бөйөр сәнс­кәндә был сара ярҙам итмәй.

Бөйөр сәнсеүен бөтөрөү, кәметеү таштың ҡайҙа ятыуына бәйле. Әгәр ул бәүел юлының үрге өлөшөндә тығылған булһа, ауыртыу билгә бирә. Әгәр таш түбәнерәк, бәүел ҡыуығына табан китһә, ауыртыу тойғоһо ирҙәрҙең енес ағзаларында, ә ҡатындар­ҙың билендә һәм енес ағзаһында һиҙеләсәк. Бынан тыш, бөйөр сәнсеүе бәүелдең ҡан ҡатыш сығыуы йәки уның тотҡарланыуы менән оҙатыла. Бындай саҡта тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Дауалау


Бәүел-таш сирен дауалау сир сәбәп­тәренең һәм клиник формаларының күп төрлө булыуы арҡаһында бик ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға ла һәр айырым осраҡта сирҙе индивидуаль дауалайҙар. Ташты алыу ысулын билдәләр алдынан табип УЗИ, рентген тикшереүен, компьютер томо­графияһын, лаборатория мәғлүмәттәрен анализлай.

Был сир, ғөмүмән, хирургик сирҙәр рәтендә. Тик урат таштарын 2 – 3 ай дауамында цитрат ҡушылмалары менән дә иретергә мөмкин. Улар УЗИ үткәндә бик еңел абайлана, ә рентгенда күренмәй. Башҡа составлы таштар бер ниндәй иретеүсе матдәгә лә бирешеп бармай.
Ҡайһы саҡта башҡа төрлө терапия ҡулланыу уңышлы була. Күпселек таштар тышҡа бәүел ҡыуҙырыусы үләндәр, физиотерапия, мунса процедуралары ярҙамында сыға. Ләкин мунсаға барыр йәки ҡарбуз диетаһына ултырыр алдынан организмдың үҙенсәлектәрен һәм сирҙең үтеү процесын белеү өсөн табиптарҙа тикшерелеү мотлаҡ.

Һуңғы 20 йылда бәүел-таш сирле пациенттарҙы хирургик ысул менән дауалау тактикаһы үҙгәрҙе. Әгәр быға тиклем тик ҡыуышлыҡ операциялары (полостные операция) ғына башҡарылһа, хәҙер улар йыл һайын кәмей. Күпселек бүлектәрҙә бәүел таштарының 90 процентын ҙур уйымдарһыҙ ғына алып ташлайҙар. Был йә иһә дистанциялы литотрипсия, йәғни был ысул һөҙөмтәһеҙ булғанда, контактлы литотрипсия (махсус ультратауыш аппараты ярҙамында таштарҙы ауыртыуһыҙ ғына ваҡлау) ҡулланыла. Ҡайһы саҡта эндоскопик операциялар үткәрелә: видеокамера күҙәтеүе аҫтында ҙур булмаған уйым аша бөйөргә ташты һурып сығарыусы инструмент индерелә.
Бөгөн эндоскопик ысул менән эре коралл формаһындағы таштар ҙа алына. Бындай хирургик ысул пациентты артыҡ ҡан юғалтыуҙан, хәленең ҡатмарлашыуынан һаҡлай.



Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға