«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бал ҡорто саҡһа…



08.08.2019 Бал ҡорто саҡһа…

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. Ауыл ерендә эш күп: баҡса утарға, бесән әҙерләргә, ҡайнатма ҡайнатырға һәм башҡаларына өлгөрөргә кәрәк… Бына шул эштәрҙе башҡарып йөрөгәндә уйламағанда бал ҡорто сағып китеүе мөмкин. Ә уның ағыуы ҡайһы берәүҙәрҙе аяҡтан йыға.

Бал ҡорттары еҫте бик тиҙ һиҙә. Улар крем, хушбуй, спирт, һа­рымһаҡ, һуған, тир, бензин, кә­рәсин еҫен, киҫкен хәрәкәт­тәрҙе яратмай. Сәбәләнеүҙе һөжүм тип ҡабул итеп, үҙҙәрен яҡлау, һаҡлау өсөн кешегә ташланалар ҙа инде. Әгәр ҙә нәҙекәйбил һеҙҙең тирәлә осоп йөрөй икән, уны ҡыумағыҙ, янығыҙҙан киткәнсе туҡтап тороғоҙ.

Ҡорт саҡҡан урын ҡыҙара, организмда хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, тын ҡыҫыла, баш әйләнә, 5 – 15 минуттан тәндә тимгелдәр күренә. 20 – 30 минуттан һуң был урын шешеп сыға. Ҡорт ағыуына һиҙгер һәм йөрәге сирле кешеләрҙә шок барлыҡҡа килер­гә, тын алыу туҡ­тарға, тән тимгелдәр менән ҡап­ланырға мөмкин. Был ваҡытта ауырыуҙы кисекмәҫтән ятҡырырға, венти­ляторҙы ҡабыҙып, һауа өр­ҙөрөргә кәрәк. Телде, тамаҡты, аңҡауҙы саҡһа, айырыуса ҡур­ҡыныс, сөнки кешенең тыны ҡыҫыла.

Шулай уҡ ҙур ҡан тамырҙарын, күҙҙе саҡҡан осраҡта ла ғүмергә ҡурҡыныс янауы бар. Аллергия менән яфаланыусыларға ла ҡорт сағыу килешмәй. Бындай саҡта кеше шешенә, ҡысына, күңеле болғана, ҡоҫа, эсе китә, астма өйәнәге, анафилактик шок бар­лыҡҡа килә.

Бал ҡорто саҡҡандан һуң нисек итеп беренсе ярҙам күрһәтергә?

- Иң башта тәнгә ҡаҙалған уғын алырға. Яраға ауыртыуҙы баҫыу өсөн петрушка япрағы ябырға. Аллергик реакция барлыҡҡа кил­мәһен тиһәгеҙ, петрушка төнәт­мәһе эсергә.
-Шулай уҡ нишатыр спирты йәки тырнаҡ гөлө төнәтмәһе, бал һылаһаң да була. Бындай ваҡытта димедрол, папаверин, преднизолон, гидрокортизон, супрастин, тавегил кеүек дарыуҙар эсергә кәрәк.

Ҡорт ағыуына көслө аллергия күҙәтелһә, “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ.



Автор: Т. АМАНОВ.
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға