«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?



09.06.2019 Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы?

Әле йәй етә, оҙаҡламай йәшелсә-емештәр өлгөрә башлай. Әммә балаға зыян килтереүҙән ҡурҡып, үҙең яратҡан күп кенә аҙыҡтан баш тартырға тура килә. Ошоға бәйле, минең бер һорауым бар ине. Бала имеҙеүсе әсәгә помидор ашарға яраймы икән?
Әлиә.
Белорет ҡалаһы.


Бала имеҙгәндә помидор ашарға яраймы, юҡмы – был һорауға табиптар аныҡ ҡына яуап бирмәй. Әммә уның әсә һәм бала организмы өсөн файҙалы үҙенсәлектәре күп булыуын иҫәпкә алғанда, баш тартырға ярамайҙыр. Помидор А, С, Е, К витаминдарына бай булыуы сәбәпле, иммунитетты көсәйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, сәстәрҙе, тырнаҡтарҙы, тештәрҙе нығыта, ҡан баҫымын көйләй, аш эшкәртеү системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта. Серотонин, тәбиғи антиоксидант булараҡ, нервы системаһының эшмәкәрлеген көйләй, бала тапҡандан һуң булған депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Ҡабығы эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшыртып, эс ҡатыуҙан арынырға булышлыҡ итә. Фитонцидтар ялҡынһыныуға һәм бактерияларға ҡаршы көрәшә. Ликопин һөйәктәрҙе нығыта, яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.

Был йәшелсәлә шулай уҡ тимер, баҡыр, кальций, хлор, фосфор, бор, натрий, көкөрт, марганец, магний, йод кеүек микроэлементтар күп.
Йәш әсәләргә һуты ла бик файҙалы. Ул һөт бүленеп сығыуға һәм матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай.

Һары помидор бигерәк тә В витаминына бай. Уны мотлаҡ ашарға кәрәк. Ә бына ҡыҙыл помидорҙы ашауҙан балаға өс ай тулғанға тиклем тыйылып торорға кәрәк. Сөнки ул аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Ә инде өс айҙан һуң ашағанда, бала организмында үҙгәреш һиҙелмәһә, артабан да ҡулланырға мөмкин.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға