«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Гранаттың сәләмәтлеккә файҙаһы



07.06.2019 Гранаттың сәләмәтлеккә файҙаһы

✔ Гемоглобинды күтәрә. Емештең билдәле үҙенсәлеге – анемияға ҡаршы көрәшә. Аҙ ҡанлылыҡтан бер ай буйы һутына һыу ҡушып, көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.

✔ Ҡан баҫымын төшөрә. Гранат емештәре яйлап ҡына гипертониктарҙың ҡан баҫымын төшөрә. Ә киптерелгән һәм сәйгә ҡушылған ярылары нервы системаһын тынысландыра, хәүефләнеү тойғоһон баҫа, төнгө йоҡоно яҡшырта.

✔ Гормондарҙың әүҙемлеген көсәйтә. Гранат һөйәгендә организмда гормондар балансын тергеҙеүсе майҙар бар. Шуға күрә һөйәген төкөрөргә ярамай, ә ашарға кәрәк. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға күрем һәм климакс ваҡытында ашарға кәңәш ителә.

✔ Ауыҙҙы һәм тамаҡты дезинфекциялай. Гранат һутын һәм ҡабығының һыуҙа әҙерләнгән төнәтмәһен ангина һәм фарингит булғанда – тамаҡты, гингивит һәм стоматиттан ауыҙҙы сайҡатыу өсөн файҙаланалар.

✔ Инсулинды алмаштыра. Гранат емеше диабетиктарға ашарға яраҡлы ғына түгел, ә файҙалы емештәрҙең береһе. Бының өсөн көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда 60 тамсы һутын эсергә кәрәк. 3-сө көнөнә ҡандағы шәкәр кимәле һиҙелерлек кәмер.

✔ Радиацияны сығара. Гранат һуты көслө радиация булған зонала эшләүсе кешеләр өсөн айырыуса файҙалы.

✔ Тирене дауалай. Майлы һәм һыт­ҡылар баҫҡан тирегә гранат ҡабығынан битлек эшләргә мөмкин. Бының өсөн уны бер аҙ ҡыҙҙырып алғас, ваҡлап аҡ май йә зәйтүн майы ҡушып бутарға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Аҙнаһына ике тапҡыр биткә һөртөргә мөмкин. Онтағы менән шулай уҡ янған, ярылған һәм һыҙырылған урындарҙы дауалайҙар.

✔ Эстәге ҡорттарҙы (глисты) ҡыуа. Бешкән гранаттың ҡабығы алко­лоидтарға бай. Селәүсендәрҙән ҡотолоу өсөн 40 – 50 г ҡабыҡ онтағын 400 г һалҡын һыуҙа 6 сәғәт төнәтергә һәм һуңынан талғын утта, һыуының яртыһы ҡалғансы ҡайнатырға. Һыуынғас, бер сәғәт буйы яйлап-яйлап эсергә. Бер сәғәттән эсте йомшартыусы дарыу эсергә һәм 4 – 5 сәғәттән һуң клизма эшләргә.

✔ Диареяны баҫа. Гранат емешен һәм ҡабығын эс китеүгә, эстең сәнсеп ауыртыуына ҡаршы ҡулланалар. Бының өсөн ҡабығын киптереп, ваҡ ҡына итеп онтарға һәм көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң берәр семтем ҡабырға. Ә балаларға яңы һығылған һутын яртылаш һыу менән шыйыҡлатып бутап бирергә мөмкин.

✔ Ялҡынһыныуҙы баҫа. Бауыр, бөйөр, күҙҙәр, ҡолаҡтар, быуындар ялҡынһыныуынан гранат ҡабығының төнәтмәһе ярҙам итә. Бының өсөн ике балғалаҡ онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, парҙа 30 минут тоторға. Һуңынан һөҙөп алып, тәүге кимәлгә еткәнсе һыу өҫтәргә һәм көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 50-шәр г эсергә.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға