«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Иртәнге аш нимәгә кәрәк?



24.05.2019 Иртәнге аш нимәгә кәрәк?

1. Мейе яҡшыраҡ эшләһен өсөн. Иртәнге туҡланыу мейегә иғтибарҙы тупларға һәм күберәк мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә.

2. Иммунитетты нығытыу өсөн. Ғилми тикшеренеүҙәр иҫбатлауынса, иртәнсәк яҡшы итеп ашарға күнеккән кеше стрестарға бирешеп бармай һәм уның иммунитеты ла башҡаларҙыҡына ҡарағанда нығыраҡ.

3. Хәүефһеҙлек өсөн. Статистика буйынса, иртән даими рәүештә ашап йөрөгән кешеләр юл-транспорт фажиғәләренә һирәгерәк осрай.

4. Һөҙөмтәлелек өсөн. Алда көсөргәнешле эш көнө көтә икән, иртәнсәк яҡшы итеп ашап алығыҙ һәм эшкә тотоноғоҙ. Эшкә һәләтлелегегеҙ 30 про­центҡа күтәрелер.

5. Организмды әүҙем­ләштереү өсөн. Иртәнсәк алынған калориялар кәүҙәнең ҡалынайыуына килтерер тип хәүефләнмәгеҙ. Киреһенсә, орга­низмығыҙ ни тиклем иртәрәк уянһа, шул тиклем тиҙерәк эшләй башлаясаҡ. Иртәнге калориялар бер ваҡытта ла майға әүерелмәй, ә тамсыһына тиклем тотонолоп бөтә.

6. Энергия өсөн. Ярты көн буйы ашамай йөрөп, үҙегеҙҙе көндәлек энергиянан мәхрүм итәһегеҙ.

7. Асығыуҙы баҫыу өсөн.
Америка ғалимдары раҫлауынса, иртәнсәк йомортҡа ашаһаң, бик асыҡтырмай һәм көн буйы әҙерәк ашайһың. Ә инде иртәнсәк һоло, дөгө йә ҡарабойҙай бутҡаһы ашаһаң, көн буйы майлы әйберҙе әҙерәк ашайһың.

8. Матурлыҡ өсөн. Иртәнсәк ашамаһаң, матдәләр алмашыныу процесы әкренәйә һәм майҙарҙың тарҡалыуы тотҡарлана. Тап шуның арҡаһында кеше һимерә лә инде.

9. Иртәнге күнекмә өсөн.
Иртәнсәк торғас та ашағы килмәһә, саф һауала атлап йә бер аҙ йүгереп килергә мөмкин. Унан инде организм үҙенән-үҙе юғалған калорияларҙы тулыландырыу өсөн ашарға һорар.

10. Кәйефте күтәреү өсөн. Иртәнге тәмле аш бермә-бер кәйефте күтәреп ебәрер. Өҫтәүенә, тыныс ҡына ултырып ашап алыу баштағы уй-фекерҙәрҙе лә тәртипкә килтерергә һәм үҙеңде алдағы көнгә көйләргә ярҙам итә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға