«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?



15.05.2019 Ҡандың ҡуйы булыуы хәүефлеме?

Ҡан ҡуйы булһа, уның әйләнеше лә насарая. Һөҙөмтәлә эске органдарға кислород етмәй башлай. Өҫтәүенә, тромб барлыҡҡа килеүгә этәргес булыуы ихтимал. Шуға күрә ҡанды шыйығайтыу сараһын күрергә кәрәк. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?

Күберәк һыу эсергә. Оло кеше көнөнә, сәй, һут һәм башҡа эсем­лектән тыш, 2 – 2,5 л һыу эсергә тейеш. Эҫелә унан да күберәк эсергә мөмкин. Таҙа һыу – тромб барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймаусы иң көслө сара.

Ҡанды шыйығайтыусы аҙыҡ­тар:
– зәйтүн һәм көнбағыш майы;
– алма һеркәһе;
– һарымһаҡ менән һуған (даими рәүештә һарымһаҡ ашау тромб барлыҡҡа килеү хәүефен 50 процентҡа кәметә!);
– лимон;
– көнбағыш;
– сөгөлдөр;
– какао менән шоколад (ҡара);
– балыҡ һәм балыҡ майы;
– томат, томат һуты;
– һоло бутҡаһы;
– ҡурай еләге, ҡара көртмәле, ҡайын еләге, сейә, һары сейә, мүк еләге ( клюква);
– имбир.
Ошо аҙыҡтарҙың икәү-өсәүһе көн һайын туҡланыу рационында булырға тейеш.

Ҡанды ҡуйыртыусы аҙыҡтар:
– ит һурпаһы;
– колбаса;
– ҡаҡланған аҙыҡтар;
– ҡойҡа;
– аҡ икмәк;
– һөт өҫтө;
– чечевица;
– гөлйемеш;
– ҡара миләш;
– банан, манго;
– үләндәр (һары мәтрүшкә, бесәй үләне (валериана), ке­серткән, меңъяпраҡ, ҡымыҙлыҡ һ.б.). Үләндәрҙе туҡтауһыҙ эсергә ярамай, курслап ҡына эсергә кәрәк!

Шулай уҡ ҡандың ҡуйылығын һиҙелерлек арттыра:

– тәмәке тартыу;
– алкоголь;
– тоҙ;
– бәүел ҡыуҙырыусы һәм гормональ препараттар.

Күберәк хәрәкәт итегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ.


Туҡланыу буйынса тәҡдимдәр



Ҡандың ҡуйырыуы уның артыҡ ойошоусанлығын аң­лата. Быға күп фактор йоғонто яһай. Мәҫәлән, ҡан тамыр­ҙа­рының зарарланыуы, бауырҙың эшмәкәрлеге боҙолоуы һ.б. Шулай уҡ ҡандың күҙәнәкле массаһы менән шыйыҡ өлөшөнөң нисбәте үҙгәргән булыуы ихтимал.
Диета, күпләп һыу һәм шы­йыҡлыҡ эсеү ҡанды шыйығайта. Шулай уҡ ҡара сәй урынына йәшел сәй, тәбиғи һуттар эсеү файҙалы. Айырыуса ҡыҙыл виноград һуты яҡшы. Уны йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн бәлзәм тип йөрөтәләр.



Туҡланыу рационы аҡһымдарға, углеводтарға, витаминдарға һәм макро, микроэлементтарға бай булырға тейеш. Ҡан тамырҙары стенкаларының һәм ҡан күҙә­нәктәренең мембраналарын тер­геҙеү һәм яңыртыу өсөн организм тейешле кимәлдә ами­нокис­лоталарға бай аҡһымдар алырға тейеш. Аҡһымдарҙың төп сы­ғанағы – балыҡ, айырыуса диңгеҙ ба­лығында күп. Шулай уҡ һөт аҙыҡтары, аҙнаһына ике тапҡыр йомортҡа, тауыҡ һәм күркә ите ашарға мөмкин. Омега-3 майлы кислотаһына бай булыу сәбәпле, көнөнә берәр ҡалаҡ етен майы эсергә ярай. Ул холестерин кимәлен кәметеп, ҡанды шыйы­ғайтыуға булышлыҡ итә.

Тағы ла биологик актив мат­дәләргә бай рафинад­ланмаған зәйтүн майын ҡулланырға тәҡдим ителә. Ҡанды шыйығайтыу өсөн таурин аминокислотаһына бай аҙыҡтар ҙа яҡшы. Улар диңгеҙ продукттарында – кальмарҙа, креветкала, моллюскта күп. Аҙнаһына ике тапҡыр 200 г кальмар ашау ҙа етә.

Даими рәүештә диңгеҙ кә­беҫтәһен туҡланыу рационына индереү ферменттарҙы әүҙем­ләштерә һәм аҡһымдарҙы, ти­мерҙе, фосфорҙы үҙләштереүҙе еңелләштерә, ҡандағы насар холестеринды кәметә һәм ҡандың ойошоусанлығын түбәнәйтә.

Сәтләүектәр аҡһымға, минераль матдәләргә (кальций, магний, калийға) бай. Әс­терхан сәт­ләүегендә, миндаль менән кешьюла аргинин ами­но­кислотаһы күп. Тап шул аминокислота ҡандың ойо­шоу­санлығын кәметә. Шуға күрә лә көнөнә 30 г сәтләүек ашарға кәңәш ителә.
Ҡанды шыйығайтыуға яңы өҙөл­гән һуған менән һарымһаҡ та ярҙам итә. Өҫтәүенә, улар ҡан­дағы насар холестеринды кә­метеп, яҡшыһын күбәйтә, фер­­менттар системаһын ирекле радикалдар зарарлауынан һаҡлай. Тик көн һайын уртаса ҙурлыҡтағы һуғандың яртыһын йә бер бүлкәт һарымһаҡ ашағанда ғына һө­ҙөмтәгә ирешеп була.

С витаминына һәм башҡа биологик актив матдәләргә бай булған татлы ҡыҙыл борос та ҡан тамырҙарының стенкаһын һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Бының өсөн көнөнә бер борос ашарға кәрәк.

Помидор ҙа маҡтауға лайыҡ. Уның составында ҡандың ойошоу­санлығын, йәғни тромбоцит­тар­ҙың йәбешеүсәнлеген кә­метеүсе матдә бар. Шулай уҡ ул томат һутында һәм соусында ла була.

Ҡандың биохимик составы боҙолғанда ҡабаҡ, патиссон, ташҡабаҡ, баклажан, шалҡан, салат, сельдерей тамыры, фасоль, ҡыяр кеүек йәшелсәләр файҙалы. Ҡауын менән имбир ҙа ҡан ағы­шын шәбәйтеү үҙенсәлегенә эйә.

Ҡан ҡуйы булып, тромб бар­лыҡҡа килеү хәүефе көсәйгәндә банан ашауҙан тыйылыу зарур. Йогурт, капсулалағы балыҡ майын, япраҡлы йәшелсәне лә әҙерәк ашарға кәңәш ителә.

Иң яҡшыһы – аҙыҡты сей килеш йә парҙа бешереп, быҡтырып ашау.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға