«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ябығыу бала табыуға ҡамасауламаймы?



12.05.2019 Ябығыу бала табыуға ҡамасауламаймы?

Организмда май ҡатламы ниндәй роль уйнай? Артыҡ ныҡ ябығыуҙың зыяны юҡмы? Ябы­ғыу бала табыу функцияһына нисек йоғонто яһай?
Гүзәлиә.


Әлеге ваҡытта ябығыу модала. Һәр кем төрлө ысул ярҙамында артыҡ майҙан арынырға тырыша. Әммә кеше организмында артыҡ бер нәмә лә юҡ, шул иҫәптән май ҡатламы ла. Әлбиттә, артығы кәрәкмәй. Шуға күрә артыҡ кәүҙә ауырлығынан арыныу яҡшы, тик үтә ныҡ тырышырға ярамай. Бар нәмәлә сама булырға тейеш.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа, ир-егеттәр менән сағыштырғанда, кәүҙә ауырлығына ҡарата май ҡатламының проценты күберәк. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙа май ҡатламы күберәк ҡорһаҡ тәңгәленә, янбашҡа йыйылһа, ирҙәрҙең тотош кәүҙәһе буйлап тигеҙ тарала. Йәш барған һайын ике енестә лә ҡорһаҡ тәңгәлендә май ҡатламы күбәйә.

Дөйөм кәүҙә ауырлығын 100 процент тип алғанда, шуның 42 процентын – мускулдар, 15 процентын – һөлдә, 16 процентын – май ҡат­ламы, 18 процентын – тире, 8 процентын башҡа туҡымалар тәшкил итергә тейеш. Кеше һимергәндә май ҡатламы ике һәм унан да күп тапҡырға арта.

Ә бала табыу функцияһына кил­гәндә, май ҡатламы бик ҙур роль уйнай. Сөнки унда андроген гормондары эстрогенға әүерелә, был үҙ сиратында гүзәл заттың бала табыу функцияһына туранан-тура йоғонто яһай. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙа яҡшы итеп туҡлан­мауҙан, ҡаты диета тотоуҙан йәки артыҡ физик көсөр­гәнештән май ҡатламы тейешле дәүмәлгә етмәй икән, организмда гормональ үҙгә­рештәр башлана. Был хатта түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал. Бәхеткә күрә, бындай үҙгәрештәрҙе кире төҙәтеп була. Башҡа етди үҙгәрештәр булмағанда, кәүҙә ауырлығын нормаль хәлгә еткереп, бала табыу функцияһын кире ҡайтарырға мөмкин.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға