«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тоҙ баш ауыртыуын баҫа



11.05.2019 Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Кинәт кенә башығыҙ ауыртып китеп, түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, тиҙ генә тоҙ иретмәһе әҙерләгеҙ. Был ябай ғына ысул тиҙ арала баш ауыртыуын баҫып, оҙаҡ ваҡытҡа уның нимә икәнен дә онотоп торорға ярҙам итер.

Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Иң тәүҙә марляны 8 ҡат итеп бөкләп, башты уратып алмалы итеп бәйләмес (повязка) әҙерләргә. Шунан 250 мл һыуҙы 40 – 60 градусҡа тиклем йылытырға һәм шунда 2 балғалаҡ тоҙ һалып иретергә. Һөҙөмтәлә 8 процентлы тоҙ иретмәһе барлыҡҡа килә. Йылы һыу менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне йыуып, бәйләместе тоҙ иретмәһенә манып, еңелсә һығырға һәм әҙерәк һыуынһын өсөн һелккеләп алғандан һуң, маңлай, ҡолаҡтар һәм елкә аша башты уратып бәйләргә. Компресс ныҡ торһон өсөн уны кизе-мамыҡ яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйырға кәрәк. Шунан бер аҙ ятып та торорға мөмкин. Бер нисә минуттан баш ауыртыуы баҫылып, еңеллек һиҙерһегеҙ, әммә яулыҡты сисергә ашыҡмағыҙ. Ә инде ауыртыу ныҡлап үтеп, бәйләместе сискәндән һуң башығыҙҙы йылы һыу менән йыуығыҙ.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға