«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » 45-тә тормош яңы башлана ғына



06.05.2019 45-тә тормош яңы башлана ғына

Әминә мин. Быйыл ҡырҡ бишем тула. Балаларыма ҡарайым да, үҙемдең ни тиклем ҡарт икәнемде күрәм. Тыуған көнөм октябрь айында, хәҙерҙән үк туғандарым-дуҫтарым йонсота, үткә­рәһеңме-юҡмы, тип. Ә мин ул һандарҙы ишетһәм, тертләп китәм, бөтә тәнем менән ытырғанам! Көҙгөгә ҡара­йым да һырҙар баҫҡан маңлайымды, ҡытыр­шыланған ҡулдарымды, саллана башлаған сәсемде, ә иң ҡот осҡосо – нурһыҙ күҙҙәремде күрәм! Ирем менән егерме биш йыл ғүмер итәбеҙ, уға ҡарайым да уфтанам. Икебеҙ ҙә һи­меҙбеҙ, ауырбыҙ, ауырыубыҙ... Һөй­ләшмәйбеҙ ҙә тиерлек. Ул вахтаға бара ла, ҡайта килеп, йорттағы эшкә сума, мин шул ҡош-ҡорт, мал араһында ҡара таңдан ҡара кискә тиклем... Ялҡтым. Хет үкереп ила. Илап та алам, әммә еңелерәк түгел. Ошо турала хыялландыммы? Ҡайҙа ҡалды ул йәшлек? Яратҡан йәрем менән илаһи сихри төндәр башҡаса бер генә лә һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫын аңланым. Шул көндө бөгөн дә иҫләйем... Һурып алдылармы ни, хәлем бөттө лә ҡуйҙы. Эйе, иремде яратмайым, түҙәм... Ул да һиҙҙе, яратыр, тип көткәнме икән, әйтә алмайым. Бынан ун биш йыл элек, айырылыу тураһында минең яҡтан һүҙ булғанда, түҙ, тине. Эсеүен, тәмәкеһен ташланы, эшкә сығып китте, донъя малы йыйҙы. Мин дә уға башҡасараҡ ҡарай башланым. Уға ҡарата хөрмәтем артты, тырыш ул. Ни тиһәң дә, балаларымдың атаһы бит, тешемде ҡыҫтым. Ә хәҙер... Һуң! Хыялланған тормошом – хыялда ғына. Яҙырға, яҙыусы булырға хыялландым, ирем бер тапҡыр яҙмаларымды уҡып көлгәйне, уларҙы йыйҙым. Матур итеп кейенеп, биҙәнеп-яһанып ҡына бер ҡайҙа сығыр инең, ауыл халҡы ятып көләсәк. Йәшерәк саҡта алған китаптарыма тиклем өй башында уҡылмай ята бит! Ә һеҙ үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә, еләкле мәлем, тип яҙғанһығыҙ... Ҡартлыҡ, шиңеү, ғүмер ахырыһы был, хөрмәтле психолог... Нисек кенә үҙебеҙҙе алдамайыҡ, әүрәтмәйек, бына ул ҡартлыҡ, сирҙәр, эс бошорғос мәлдәр...

Хөрмәтле Әминә ханым, эйе шул, миңә инде 45 йәш! Һәм минең менән бергә уҡыған класташ ҡыҙҙарыма ла шулай уҡ – әле тултыра башланылар. Һәр кемеһе өсөн әйтә алмайым, әммә күбеһе был хәлгә бик тә ыңғай ҡарай. Сөнки йорт һалынған, донъя малы тупланған. Эш – бар, аш – бар. Балалар үҫкән, урынлаштырылған, һәр хәлдә, ҡулдан төшкән – шәхсән үҙемдеке шулай. Ирҙәренең холоҡ-фиғелдәрен яттан белеп торалар, улары ла “һайт!” тигәнгә “тайт!” тип, елдереп йөрөй. Туғандар менән аралашыу, бергәләп ял итеү, төрлө ғаилә традициялары – барыһы ла яйға һалынған бит инде беҙҙең йәштә, шулаймы, Әминә? 45 йәш әҙ ғүмер түгел. Ошо йылдар арауығында ҡатын-ҡыҙ тормошонда ниҙәр генә булып бөтмәй: айырылыу, ҡауышыу, юғалтыу, табы­шыуҙар... Тәжрибә, тормош аҡылы туплай ханымдар был мәлгә. Еләк кеүек тулыша, өлгөрә. Тап ошо йәштә, Әминә, һин үҙеңдең ни теләгәнеңде һәм уны нисек тормошҡа атҡарасағыңды ысынлап та аңлайһың, төшөнәһең! Әлбиттә, төрлө физиологик үҙгәреш һәм, ғөмүмән, психологик перетурбациялар ҙа ошо йәштә була. Тире кибеп, һырҙар барлыҡҡа килә башлай, гормональ үҙгәрештәр – быларҙың бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙҙың кәйефендә, йөҙөндә, кәүҙәһендә сағылыш таба. Тәфсирләп һөйләп тормайым, ошо йәштәге бөтәбеҙ ҙә был турала беләбеҙ. Тик был ҡот осҡос, үлемесле хәл түгел. Был – тәбиғәт, йәшәйеш ҡануны. Һәм кешелек үҙгәртә алмаған тәғлимәт. Ә бәлки, Әминә, ошо еләкле мәлгә еткәнебеҙгә ҡыуанып ҡуяйыҡтыр? Аллаһы Тәғәлә ҡулында бит ғүмеркәйҙәр, ризаһығыҙмы? Тирә-яҡҡа әйләнеп бағығыҙсы: әҙме, балаларын етем итеп, йәшләй генә мәрхүм булған ҡатындар? Ауырыуға дусар булғандар юҡмы арағыҙҙа? Ә беҙгә, шөкөр, тиергә генә ҡала. Шулай ҙа бер психологик күнекмә менән бүлешәйем. 45-кә күсеүҙе артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына үткәреүҙең төп сере – үҙ-үҙеңде көйләй белеүҙә! Бер нигә ҡарамай, минең бөтәһе лә яҡшы, шул кәрәк миңә, тип әйтә белеүҙә. Һәм бына үҙеңә өйгә эштәр: яҙмаларыңды сығар, киренән уҡып сыҡ, байҡау яһа. Йәшлегеңдәге йылы, ҡайнар, илаһи хистәреңде яңыртыу файҙалы – миңә ышан. Үткән үткән инде, әллә ҡайҙа ҡалған, быныһы шикһеҙ. Әммә ул яҙмаларыңды уҡып сығыу хәҙерге һиңә башҡаса тәьҫир итәсәк! Матур кейемдәреңде кемдер өсөн кейергә кәрәкмәй! Барыһын да үҙең өсөн эшләп өйрән: яҡшы ризыҡ – минең өсөн, матур, затлы кейем – минең өсөн, самауыр сәйе – минең өсөн, тәмлекәс – минең өсөн! Ни генә эшләһәң дә, шул эштәрҙе “үҙемә кәрәк булғаны, оҡшағаны өсөн” тип көйләй-көйләй эшләү кәйефеңде күтәрер. Төшөр китаптарыңды, зинһар. Берәмләп кенә уҡый башла. Ә ҡасан һуң, хәҙер булмаһа?

Әминә, бер бөйөк кеше былай тигән: “Ауыр сағыңда тирә-яғыңа әйлән дә, һинән дә ауырыраҡ хәлгә тарыған кешегә ярҙам ит”. Үҙеңдең тиҫкәре кисерештәреңә йомолма, киреһенсә, уларҙан ҡотолорға тырыш. Тап бына һинең алтыныңдың ҡулыңда саҡта ҡәҙере булһын.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға