«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Табипмы әллә фәрештәме?



30.04.2019 Табипмы әллә фәрештәме?

Алевтина Кулдуристың Ашығыс медицина хеҙмәтендә эшләүенә 23 йыл. Әле март айында ғына өлкән фельдшер итеп күсергәндәр, уға тиклем көн һайын кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтергә йөрөгән.

– «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләү, әлбиттә, еңел түгел. Физик яҡтан ғына түгел, эмоциональ йәһәттән дә: төрлө хәлгә әҙер булырға, һәр ауырыуға дауалау юлын таба белергә кәрәк. Кеше бер сәбәп буйынса саҡыра, ә ишек артында нимә көткәнен белмәйһең. Шул ваҡытта тиҙ арала дөрөҫ диагноз ҡуйып, тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәжрибә лә, профессиональ оҫталыҡ та, таһыллыҡ та кәрәк. Әммә эшләй-эшләй барыһына ла күнегәһең, өйрәнәһең. Эшем үҙемә бик оҡшай. Ул минең йәшәү рәүешемә әүерелгән. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти ул.
20 йылдан ашыу эшләү дәүерендә төрлө хәл булған: үлем тырнағынан ҡотҡарып алған саҡтары ла, ялған саҡырыуҙарға барған мәлдәре лә, кешегә ярҙам итәм тип барып, үҙе бәләгә ҡала яҙған ваҡыттары ла…

Үлем менән көрәшеүсе пациентҡа автомобиль салонында реанимация үткәргәс, күҙен асып ебәргән ауырыуҙың: «Һеҙ фәрештәме?» – тип һорауына аптырарға ла түгел. «Ап-аҡ халатта булғас, күҙенә фәрештә булып күренгәнмендер инде, тип бик оҙаҡ көлгәйнек уның һүҙҙәренә», – тип хәтерләй мөләйем табип эш мәлендә булған был хәлде. Ә бит ысынында фәрештә менән тиңләрлек тә, күпме кешене ауыр хәлдән йолоп алып, ғүмер бүләк итә улар.
– Смена ваҡытында уртаса алғанда ғына 14 – 15 саҡырыу буйынса барып килергә тура килә. Миҙгеленә ҡарап, был һандың күпкә артып киткән сағы ла була, – ти ул эшенең нескәлектәре менән таныштырып.

«Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләү табиптың ғүмере өсөн дә хәүефле. Бер шулай саҡырыу буйынса, ғәҙәттәгесә, йүгереп барып инеүгә, урта йәштәрҙәге ир кеше ҡаршы ала. Уны-быны абайлап өлгөргәнсе, ишекте бикләп, асҡысын кеҫәһенә һалып та ҡуя. Шул арала үҙен икенсе бүлмәгә һөйрәй башлай. Психолог һөнәренә эйә табип тәүҙә уны һүҙгә әүрәтеп алдаштыра, һуңынан иһә киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтергә мәжбүр була. Сибек кенә кәүҙәле ҡыҙға, ирҙе ҡолата һуғып, асҡысын тартып алырға ҡайҙан көс килгәндер, хәҙер үҙе лә аптырай. Шул ваҡиғанан аңына килеп тә өлгөрмәй, юл-транспорт фажиғәһе булған урынға саҡырыу була. Унда иһә бағанаға ҡуша ҡыҫылған ҡатынды сығарыу өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тура килә.
– Бына шулай бер көндә ике тетрәндергес хәл. Ҡалтырата, тынысланып китеүе ауыр, әммә үҙеңә йөкмәтелгән бурысты үтәргә кәрәк. Шуға күрә психолог булыуым был эшемдә лә ярҙам итә, – тип хәтерләй бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғаларҙы.

Әле өлкән фельдшер булып эшләһә лә, ашығыс ярҙам күрһәтеүгә йөрөргә лә өлгөрә. Был эшкә ул үҙенең ял көндәрен бағышлай.
– Һәр эштең үҙ ауырлығы. Әгәр ҙә һин ошо һөнәрҙе һайлағанһың икән, тулыһынса бирелеп эшләргә тейешһең, – ти ҡасандыр осраҡлы рәүештә генә медицинаны һайлап, быға бер ҡасан да үкенмәгән изге күңелле табип.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға