«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»



15.04.2019 «Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә»

“Эй, ҡыҙыҡһың да инде һин, сәбәпһеҙгә нисек йылмаймаҡ та көлмәк кәрәк?” – тиҙәр миңә ҡай саҡта. “Кәнишнә, үҙең психолог булғас, бөтә серҙе беләһең, һиңә рәхәт инде”, – тип тә шуҡ ҡына йылмаялар. “Мин күргәнде үҙ елкәңдә татыһаң, башҡасараҡ фекерҙә булыр инең”, – тине бер апай кеше, мин уның “тормош – этлек” тигән фекере менән килешмәгәс.

Йылдар буйы күҙәтеүемдән сығып, шундай фекергә килдем. Кешеләр шул тиклем негатив – кире эмоциялар менән еңел бүлешә. Хатта, әйтер инем, ярата. Ҡайҙа эттеләр йә төрттөләр, ҡайһы ерҙә тупаҫ яуап бирҙеләр, ҡасан аңламанылар, кәрәк­кәндә ярҙам итмәнеләр, телефон трубкаһын алманылар – бөтәһен дә рәхәтләнеп, бер нисә тапҡыр төрлө кешегә тәфсирләп һөйләргә ризабыҙ. Маҡсатлы рәүештә телевидение һәм интернеттан бөтә аламалыҡты йыябыҙ: ә ниңә, күңел төпһөҙ бит, кемде үлтергәндәр, талағандар, алдағандар, туҡмағандар, кемдер айырылышҡан, кемделер төрмәгә тыҡҡандар. Хатта был яңы­лыҡтарҙы эҙләү ҙә кәрәкмәй. Матбуғат баҫмалары ҡулға килеп эләгеү менән бөтә негатив ус эсендә һымаҡ, уҡы ғына! Ошо уҡ ваҡытта кемдеңдер беҙгә йылмайыуын, алдыбыҙҙа ишек асыуын, автобуста йә сиратта урын биреүен онотабыҙ. Бер-береһен яратып, ҡәҙерләп, ипле һәм һәүетемсә генә йәшәгән бәхетле ғаиләләр беҙҙе ҡыҙыҡ­һындырмай. Беҙгә эмоциялар бирегеҙ! Ә бит көнө буйы йыйылған тиҫкәре эмоциялар күңелдә тик ятмай, уларҙы нисек тә булһа ла сығарырға кәрәк! Беҙҙең күңел ҡый-ғыпыр һаҡлар урын түгел, уның был информациянан бушанғыһы килә! Һәм тап ошо мәлдә зарлана башлайбыҙ: хаҡтарға, дәүләткә, һалымдарға, юлдарға, күршеләргә, иргә, балаларға, түрәләргә.... Кем тап килһә, шуға ошо турала рәхәтләнеп эс бушатабыҙ, тыңлаған кеше генә булһын. Таныш булмаған юлсыға. Әхирәткә. Дуҫҡа. Юлда осратҡан танышҡа. Әсәйгә. Иргә. Балаларға. Кемгә һөйләү мөһим түгел, иң мөһиме – күңел бушатыу.
Ә бәлки негатив йыйыуҙан ары­нырғалыр? Бәлки, үҙебеҙҙең иләктең программаһын үҙгәртеү зарурҙыр? Бәлки, ҡыуана башларғалыр? Эйе-эйе. Ябай ғына нәмәләр өсөн шат­ланырғалыр? Хөкүмәткә зар­ланыуҙы туҡтатырға, мәҫәлән. Беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй хөкүмәткә лайыҡбыҙ – шул осорҙа йәшәйбеҙ. Илебеҙ ҙә, юлыбыҙ ҙа үҙебеҙгә генә торошло. Бушты юҡҡа ауҙарыуҙан бер нәмә лә үҙгәрмәй бит. Ошо урында шуны әйтеү бик мөһим тип һанайым: донъяны тик ҡәнәғәт һәм бәхетле кешеләр генә үҙгәртә ала. Ә беҙҙең илдә лә йәшәп була, һис шикһеҙ. Башҡаларға ҡарағанда ниндәй өҫтөнлөгөбөҙ бар, беләһегеҙме? Мәҫәлән, беҙҙә бер кемдең дә берәүҙә лә эше юҡ. Күршеләр һалым органдарына ялыу яҙып йонсотмай, күмәртәләп балаларҙы тартып алмайҙар, үҙ эшең менән нисек теләйһең, шулай шөғөл­ләнергә була... Кешеләр ҙә ихлас, яҡшы бит беҙҙә! Әҙерәк яралы, эйе. Саҡ ҡына асыулы, кем менән генә булмай. Ә ысынында, бик яҡшы кешеләр араһында йәшәйбеҙ.

Етәксегә зарланыуҙы туҡтатырға! Кемгә һин үҙең лайыҡһың – алдыңда шул. Уның “бысраҡ эске кейемен” тикшереүҙән бер ҙә генә фәтүә юҡ! Күпме ауыҙың күпереп, үҙеңдең энергияңды түгеп әрләһәң дә, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк! Идеаль кешеләр юҡ ул тормошта. Әммә тап һин яманлаған етәксең эш хаҡы түләй, тимәк, ул ошо рәүешле генә булһа ла һине ҡайғырта бит. Әлбиттә, һеҙгә хужаның яҡшырағы, һәйбәтерәге, аңлыһы, кеше хәленә инә белгәне кәрәктер. Тик быны хәл итеү һеҙҙең ҡулда түгел. Иң мөһиме – башҡаларҙы хөрмәт итергә өйрән­мәйенсә, етәксенең урынына ултырыу мөмкин түгел.

Туҡтауһыҙ башҡаларҙы тикшереүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән ҡотолорға кәрәк. Кемдәрҙеңдер тормошон күҙ яҙлыҡ­тырмай күҙәткәнегеҙсә, үҙегеҙҙең йәшәйешегеҙ менән булыу артығыраҡ. Кем, ҡайҙа, кем менән... Байҙарҙы яманлау күрәләтә үҙеңде байыуҙан тыйыу, тигән һүҙ. Билдәле кешеләрҙең «һөйәген мөнйөү» бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла уңышҡа өлгәшмәйәсәкһегеҙ, тигәнде аңлата. Кеше ғаиләһенән бәләкәй генә сүп, кер эҙләү – үҙеңде ғаилә бәхетенән мәхрүм итеү. Иң ҡурҡынысы – яңылышҡандарҙы ғәйепләү. Сөнки шәхсән һеҙ үҙегеҙ – ә был тормошта яңылышмаған, абынып ҡоламаған кеше юҡтыр – эләгеп йығылғанда, эргәгеҙҙә ярҙам итергә тип, ҡул һуҙыусы булмауы ла мөмкин. Әлбиттә, кеше тормошон сериал ҡараған һымаҡ күҙәтеү хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы. Тик файҙалымы? Шуға күрә, ауыр булһа ла, төп иғтибарҙы үҙегеҙгә йүнәлтегеҙ. Кешенең тик яҡшы яғын күрергә өйрәнегеҙ. Яҡшылығы би-и-ик әҙ генә булһа ла. Күҙгә бәрелеп, күренеп тормаһа ла! Мыҫҡал ғына булһа ла, һәр бер кешелә бар ул. Бар. Яҡшылыҡты әйтәм.

Үҙегеҙҙең ата-әсәләрегеҙгә һәм әллә ҡайҙа ҡалған бала сағығыҙға зарланыуҙы ла туҡтатығыҙ! Әйҙәгеҙ тап ошо һорауҙа ғәҙел булайыҡсы. Эйе, беҙгә яратыу һүҙҙәре һирәк эләкте. Эйе, улар беҙҙе үҙҙәренә килешле итеп кенә үҙгәртергә маташты. Шулай ҙа бөтәбеҙ ҙә ябай, эшлекле ғаиләлә тыуып үҫтек. Ашаттылар. Кейендерҙеләр. Уҡыттылар. Беҙҙең быуынға һуғыштан һуңғы емереклектәр, ҡоролоҡ, аслыҡ эләкмәне. Ата-бабаларыбыҙҙың күргәне беҙҙе, Аллаға шөкөр, ситләтеп үтте. Ә һуғыш, үлем, ҡыйралыш һәм аслыҡтан да ҡурҡынысыраҡ нимә бар был донъяла? Беҙ ҡасандыр улар алып бирмәгән машина өсөн булған үпкәне 30 йыл буйы әпәүләйбеҙ. Йәиһә сәбәплегә тәнҡитлән­гәнебеҙҙе онота алмай аҙап­ланабыҙ. Бар белгән­дәренсә, бар хәленсә яратты улар – атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ. Ташламағандар. Аборт эшләтеп ҡотол­мағандар. Ас тотманылар, бикләп ҡуйма­нылар. Үҫтерҙеләр. Ғүмер бирҙеләр. Рәхмәтле булайыҡ ғәзиздәребеҙгә. Улар һаман да беҙҙе яраталар. Тик һеҙ теләгәнсә түгел, ә үҙҙәренсә.

Яратҡан тема – ирҙәргә зарланыу. Ҡатын­дар үҙҙәренең хәләл ефеттәрен сәғәтләп һүгә ала. Оялмайҙар. Арымайҙар. Уларға ир­ҙәренең иғти­барһыҙлығы оҡшамай. Ирҙәре ҡатын­дарына һис тә генә ярҙам итмәй. Бала ҡарашмай. Сәскә бүләк итмәй. Ҡәйнәһен яратмай. Көн дә бер карауатта ҡушлап ятҡан кешеһен, балаларының атаһын ҡәһәрләп, яман һүҙҙәр өсөн гонаһ алыуҙы уйлап та ҡарамайҙар. Ә һуң һеҙ, хөрмәтле үә ғиззәтле ҡатындар, ирегеҙгә ҡасан ябай ғына “рәхмәт” һүҙен әйтерһегеҙ? Иҫегеҙгә лә төшмәйме әллә? Йылмайығыҙ. Уның ҡайтҡанына ихлас ҡыуанығыҙ, һағын­ғанығыҙҙы әйтегеҙ. Мөләйем һәм сабыр булығыҙ. Ир һәм ҡатын – бер-береһенә тигеҙ пар. Шуны онотмағыҙ.
Балаларығыҙға зарланмағыҙ. Һис шикһеҙ, беҙ уларҙы бик яратабыҙ. Шул уҡ ваҡытта бер туҡтауһыҙ зарланабыҙ: насар ашай, насар йоҡлай, спорт менән шөғөлләнмәй, телефондан айырылмай, уҡымай, аралашмай, теләһә кем менән дуҫлаша, аҡсаһын тота белмәй, насар уҡый, һуғыша, әрләшә... Ҡай саҡ балалар уйнаған майҙансыҡта ошо мыжыуҙарҙан ҡолаҡ тоноп китә! Аҙаҡ балалар тыңламағанға аптырайбыҙ. Һуң улар бит әлегә бәләкәй генә, шулай ҙа кеше! Шул бәләкәс кенә кеше иң яҡын, ҡәҙерле кешеһенең үҙенә булған мөнәсәбәтен тоя. Ул беҙҙең зарланыуҙарыбыҙҙы ишетә. Һәм тыумыштан уҡ бөтәһен дә аңлай. Әсәйҙәр, балаларҙың көслө яҡтарын күреү мотлаҡ! Уларҙың көрсөклө мәлдәрен, ҡыйын­лыҡ­тарын, көйһөҙләнеүҙәрен тыныс үткә­рергә өйрәнәйек. Бәпес­тә­ребеҙҙе үҙебеҙҙең бә­ләләребеҙҙә ғәйепләмәйек. Кемдәрҙер ошондай тубырсыҡтай ул йәиһә күбәләктәй ҡыҙ өмөт итеп, ниндәй генә хәлгә ҡалмай. Балағыҙҙы битәрләр алдынан бына шулар тураһында уйлап алығыҙ... Аллаһы Тәғәләне асыулан­дырмағыҙ, ҡәҙерләгеҙ бала­ларығыҙҙы һәм рәхмәтле булығыҙ! Артабан үҙегеҙ ҙә ҡәҙер күрерһегеҙ.

Насар яңылыҡтарҙы уҡымағыҙ. Был бит ҡулдан килерлек. Кире яңылыҡтар, үлеш-ҡыйралыштың энергетикаһы насар. Ошондай ҡот осҡос яңылыҡтар күңелдә ҡурҡыныс хис-тойғолар тыуҙыра, уйландыра, юҡҡа-барға хәүефләндерә... Ә һеҙ киреһенсә эшләгеҙ. Илһамландырған, рухи көс өҫтәгән хикә­йәләр, китаптар менән дуҫлашығыҙ. Уйлан­дырған, йәшәргә ынтылыш биргән, бәхетле иткән фильмдарҙы ҡарағыҙ. Кешеләрҙе лә позитивҡа ынтылырға өйрәтегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә шундайҙар менән аралашығыҙ. Бөтә ерҙән үҙегеҙгә күңел тыныслығы һәм оптимизм эҙләгеҙ, күрә белегеҙ.

Ҡояш булығыҙ. Һәр бер кешегә йылмайып, үҙегеҙҙең илаһи, бәхетле нурҙарығыҙҙы бүләк итегеҙ. Һеҙҙән тик ихласлыҡ, дәрт, илһам, ыңғай энергетика тулҡыны таралһын. Әгәр ҙә ихтыяр көсөн менән үҙегеҙҙе тик позитивҡа көйләй алаһығыҙ икән, кире уйҙар әкренләп бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ! Сөнки һеҙ башҡалар өсөн ҠОЯШ булырға өй­рәндегеҙ, башҡаса булдыра алмая­саҡһығыҙ. Кеше шатланғанын тойоп, үҙегеҙҙә лә ҡыуаныс артасаҡ, күбәйәсәк. Ә күңел тулы шатлыҡ икән, шатлыҡ менән генә бүлешәсәкһегеҙ! Дуҫтарығыҙға, туған­дарығыҙға, таныш булмаған кешеләргә – бөтәһенә лә бәхет нур­ҙарығыҙ етәсәк. Һәм һеҙ илһам­ландырыусы була алаһығыҙ: бала- ларығыҙҙы – ошо рәүешле йәшәргә, хәләл ефетегеҙҙе – еңел булмаған саҡтарында ла ир булып ҡалырға! Әлбиттә, һеҙ үҙегеҙ ҙә сикһеҙ бәхетле буласаҡһығыҙ. Бер сәбәпһеҙ һәм бер шартһыҙ. Сөнки һеҙ – был тормошта барһығыҙ. Тереһегеҙ. Йә­шәйһегеҙ. Көн торошона шатланыу, тәбиғәт матурлығына ғашиҡ булыу. Ямғырмы? Уңыш мул булыр. Ҡояш икән – йылылыҡ һәм һипкелдәр. Кешеләр – улар шундай төрлө, һәйбәт. Көндәлек мөғжизәне күреү, үҙ-үҙеңдең барлығыңа ҡыуаныу, тормошҡа шатланыу... илаһи!

Әлбиттә, үҙеңде үҙгәртеү еңел булмаясаҡ. Был рәүешле өйрәтелмәгән йән һәм тән ҡаршылашып бер булыр. Башҡалар ҙа һеҙҙең үҙгәреште күрер, тойор – аңламағандары ла булыр. Һәм ошо ваҡытта ныҡ ҡына көйһөҙләнеп, зар­ланып алғығыҙ килер. Тик бөтәһе лә – һеҙҙең ҡулда. Һеҙ булдыра алаһығыҙ! Сөнки быны теләйһегеҙ. Ябай ғына күнекмә – тормоштоң, кешеләрҙең, әйбер­ҙәрҙең, мөнәсәбәттәрҙең, си­туацияларҙың яҡшы яғын эҙләргә өйрәнегеҙ. Һәр ваҡыт. Тапҡас та ихлас ҡыуанып, рәхмәт әйтегеҙ. Тап бәләкәс кенә балалар кеүек. Бәхет сере – ҡыуана белеүҙә, дуҫтарым.



Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: Т. Аманов



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға