«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Операцияһыҙ дауалап буламы?



11.04.2019 Операцияһыҙ дауалап буламы?

Миңә 45 йәш. Гинекологҡа күренгәндә, бала ятҡылығында миома, тип диагноз ҡуйҙылар, операция эшләтергә ҡуштылар. Әммә ниңәлер был аҙымға барырға йөрьәт итмәйем, ҡурҡыта. Бәлки, уны халыҡ медицинаһы буйынса дауалап булыр. Операцияһыҙ дауалау ысулдары булһа, кәңәш итһәгеҙ ине.

Фәүзиә.


Әлбиттә, үләндәр менән дауалау ысулдары тәҡдим ителә, әммә улар бөтә кешегә лә килешеп бөтә, тип раҫлауы ҡыйын. Айырыуса миома ҙур булғанда, халыҡ медицинаһы ысулдары менән дауалауға ауыр бирелә. Миоманан тулыһынса ҡотолоп та булмай, тик үҫеүҙән туҡтатып, бер аҙ кәметергә генә ярҙам итергә мөмкин.

Организмда үҫешкән шештәрҙе бөтөрөргә ярҙам итеүсе дарыу үләндәре күп. Әммә күптәренең ағыулы булыуы сәбәпле, табиптар улар менән бик һаҡ эш итергә кәңәш итә. Мәҫәлән, монар көпшәһе (болиголов), ҡылысъяпраҡ (сабельник болотный), сөйәл үләне (чистотел), сәнскәк үләне ( колючий татарник) һ.б. Дөйөм алғанда, ауыртыуҙы баҫыу, ялҡынһыныуға ҡаршы тороу, ҡанды туҡтатыу, яман шешкә ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә булған дарыуҙарҙы ҡулланырға кәңәш ителә. Әммә йылытыу процедураларынан, сабыныу­ҙан, эҫе ваннанан баш тартырға кәрәк. Әлбиттә, дарыу үләндәренә генә ышанып ҡалырға ярамай, мотлаҡ табиптарға күренеп торорға һәм уларҙың кәңәшен тоторға кәрәк.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға