«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡолаҡ ауыртҡанда



09.04.2019 Ҡолаҡ ауыртҡанда

Ҡолаҡ ауыртыуы балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бик үк рәхәт түгел.

Отиттың ел һуғыуҙан, инфекциянан булыуы ихтимал. Йыш ҡына киҙеүҙән, киҫкен респиратор ауырыуҙан дауаланып бөтмәүҙең эҙемтәһе лә була. Ҡолаҡ ауыртҡанда мотлаҡ отоларингологка күренергә кәрәк. Ул антибиотиктар һәм махсус тамсылар ярҙамында ауырыуҙы дауалай. Иң мөһиме – уның хроник сиргә әүерелеүенә юл ҡуймаҫҡа. Халыҡ медицинаһында ла отитты дауалау буйынса яҡшы ысулдар бар.

1. Ҙур ғына һуғандың уртаһында соҡор эшләп, шунда бер балғалаҡ әнис орлоғо һалырға. Башын мамыҡ менән ябып, һуғанды мейестә (духовкала) бешерергә. Барлыҡҡа килгән һутты көнөнә 2 – 3 тапҡыр ҡолаҡҡа тамыҙырға. Балаларға 2 – 3 , ололарға 5 – 7 тамсы.
2. Көнөнә ике-өс тапҡыр ауыртҡан ҡолаҡҡа яңы өҙөлгән базилик япрағы һутын тамыҙырға. Балаларға 2 тамсы, ололарға 7 – 10 тамсы. Япрағы гел генә булмауы ла ихтимал, был осраҡта дарыуханан әҙер майын һатып алырға мөмкин. Ҡолаҡҡа тамыҙғанда ул йылы (37 градус) булырға тейеш. Уны отиттың тәүге стадияһында ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайһы бер осраҡта ялҡынһыныуҙы баҫып, эренләүенә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә.
3. Өсҡат (бузина), һарыгүҙ (золототысячник) һәм ромашка сәскәһен эҫе һыуға манып, сепрәк туҡымаға урап, ҡолаҡҡа баҫырға мөмкин.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға