«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»



20.03.2019 Ашҡаҙан аҫты биҙе өсөн «тиҙ ярҙам»

Өй шарттарында ашҡаҙан аҫты биҙен халыҡ медицинаһы саралары менән дауаларға мөмкин. Мәҫәлән, укроп һәм уның орлоғо менән.


Укроп
Бер балғалаҡ ваҡланған укроп йә уның орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алынған төнәтмәне дүрткә бүлеп эсергә.

Әрем
Әсе әрем үләненән дә төнәтмә әҙерләргә була. Бер ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 4 минут ҡайнатырға һәм 45 минут төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, ашарҙан 15 минут алда 1 – 3 ҡалаҡ эсәләр. Уны спиртҡа һалып та төнәтәләр.
Ашҡаҙан аҫты биҙе һәм үт юлдарының хроник ауырыуҙары менән интегеүселәргә әрем менән дарыуҙар тәғәйенләгәндә ауыртыу бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал, аш эшкәртеү процесы яҡшыра, аппетит күтәрелә.

Һоло
Һолоно һыуҙа ебетеп, йылы урынға ҡуйырға. Икенсе тәүлегенә ул шыта башлағас, киптереп, ҡәһүә ваҡлағыс аша ваҡларға. һоло онон һалҡын һыу менән иҙеп, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм бер-ике минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан кеҫәлде уттан алып 20 минут төнәтергә һәм һөҙөп эсергә. Һоло кеҫәлен һәр саҡ эсер алдынан ғына әҙерләргә кәңәш ителә.

Картуф менән кишер
Зур булмаған ике-өс картуф һәм бер-ике кишерҙе яҡшы итеп йыуып, ҡабығын әрсемәй генә һут һыҡҡыстан үткәрергә. 200 г һут килеп сығырға тейеш. Һутты ашарҙан ярты сәғәт алда эсәләр. Дауалау курсын өс тапҡыр ҡабатларға.
Хроник панкреатиттан цикорий ҙа эсергә ҡушалар.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға