«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сөйәлдән нисек ҡотолорға?



20.02.2019 Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

Бармаҡ араларына сөйәл килеп сыҡты. Бер ҙә ундай хәл булғаны юҡ ине. Нилектән, тип аптырап ҡалдым хатта. Уларҙы нисек бөтөрөп була икән? Мотлаҡ табиптарға барырға кәрәкме? Ошо һорауҙарға яуап бирмәҫһегеҙме икән?
Шәүрә.


Сөйәл – папиллома вирусынан таралыусы инфекция ауырыуҙарының бер төрө. Был зарарһыҙ төйөрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе – тиренең йәрәхәтләнеүе, тирләү, йә булмаһа, башҡа кешенән йоҡтороу.
Ғәҙәттә, сөйәл үҙенән-үҙе бөтә. Әлбиттә, бер нисә көн эсендә генә түгел, ә айҙар, йылдар үтеүе ихтимал. Өҫтәүенә, уларҙың ҡабаттан килеп сығыуы ла бар. Шунлыҡтан уларҙан мөмкин тиклем тиҙерәк ҡотолоу сараһын күреү хәйерле. Беренсенән, вирус бөтә тәнгә таралмаһын, икенсенән, кешеләргә йоҡтормаҫ өсөн. Бының өсөн табиптарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдарҙы ла ҡулланырға була.

- Һәр көн шыйыҡ А витаминын һөртөргә. Ул дарыуханала һатыла.
- Миләш емеше иҙмәһен сөйәл өҫтөнә ябып, бәйләп ҡуйырға. Процедураны кәмендә 10 тапҡыр ҡабатларға.
- Күберәк һарымһаҡ ашарға. Ул вирус менән эстән көрәшергә ярҙам итер.
- Сөйәлгә көнөнә бер нисә тапҡыр картуф ҡабығын баҫырға. Шулай уҡ банан ҡабығын да ҡулланырға ярай.
- Сөйәл үләне (чистотел) менән эшкәртергә. Тик тиренең зарарланмаған урынына эләкмәһен өсөн, бик һаҡ эш итергә кәрәк.

Иғтибар! Сөйәлдәрҙе, айырыуса биттә һәм башҡа нескә урындарҙағыһын, өйҙә үҙаллы ҡырҡып алырға ярамай. Табиптарға мө­рәжәғәт итергә кәрәк.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға