«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Мин ярҙамға мохтаж!”



09.02.2019 “Мин ярҙамға мохтаж!”

Баланы аңларға, йәлләргә, яратырға, ниндәй хәлдә лә уға иңде ҡуйырға, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк

...Ун йыл элек булды был хәл. “Бәйләнештә” сайтында: “Һаумы­һығыҙ! Һеҙ психологмы?” – тигән яҙыу килгәс, юҡ, әммә ярҙам кәрәк булһа, мин бында, тип яуапланым. Эшем күп ине, ваҡыт тарыраҡ, ләкин яҙыуға битараф ҡала алманым. Шунда уҡ бөтә эште ситкә ташланым. Сөнки яҙған кеше үҫмер ине. Айырым иғтибарға лайыҡ йәштәге бала. Ә инде уның менән аралашыуҙан һуң йөрәгемә тыныслыҡ таба алмай, атай-әсәйҙәр, нишләйһегеҙ һеҙ балаларығыҙ менән, тип яр һалғым килде. Шул үҫмер кеүек үк. Ул да, тәү ҡарашҡа, тыныс ҡына үҙ уйҙары менән бүлешкәндәй күренһә лә, эстән гүйә асырғаланып ҡысҡыра ине: “Мине ҡотҡарырға кәрәк! Мин ярҙамға мохтаж!” Үҙ-үҙенә ике тапҡыр ҡул һалырға маташҡан үҫмерҙең йәшәүен ағыулаған һүҙҙәргә һеҙ ҙә ҡолаҡ һалығыҙ: “Әсәйем миңә гел дә, юҡҡа һине тапҡанмын, тип әйтә”. Хәүефле һүҙҙәрҙән хатта өлкән кешенең дә күңеле һиҫкәнерлек. Ә яңы йәшәй башлаған үҫмергә иң яҡын кешеһенән шуны даими ишетеп тороуы нисегерәк икән?
– Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем. Үлһәм, барыһына ла яҡшыраҡ булыр ине, – тине үҫмер. – Йәш уҡытыусы апайға әсәйемдең шул һүҙҙәрен әйткәйнем, ул, тимәк, үҙең ғәйепле, тине. Насар уҡыуымды, алама тәртибемде, әсәйемә ярҙам итмәүемде һанап китте. Юҡҡа әйттем, тип үкенәм. Мәктәпкә бөтөнләй барғым килмәй. Йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәйем...

Туҡтап ҡалған сағында һорауҙар биреп, арта­бан әңгәмә ебен ялғауҙы иҫәп­ләмәгәндә, уны бүлдермәйенсә тиерлек тыңланым. Тыштан көслө күренеп тә, ысынында иһә нескә күңелле был үҫмер өҫтөнә ауҙарылған хәсрәтен яңғыҙы күтәрә алмай, ахыр сиктә миңә, төптө ят кешегә, мөрәжәғәт иткәйне:
– Әсәйем ун һигеҙ йәшендә миңә ауырға ҡалғас, йөрөгән егете уны алмай, ҡасҡан, олатай менән өләсәй әсәйемде, ирһеҙ бала тапҡан өсөн, өйҙән ҡыуған, әсәйем сыбыҡ осо бер ҡарсыҡта әрләнеп йәшәгән, уҡыуын ташларға мәжбүр булған. Шуға ла бәләкәй саҡтан: “Һин минең бөтөн тормошомдо боҙҙоң, миңә бәхетһеҙлек, уңышһыҙлыҡ килтерҙең”, – тигәнде ишетеп үҫтем. Ә мин унан, мине тап, тип һораныммы ни? Олатай менән өләсәйгә лә кәрәкмәйем. Улар үҙҙәрен абруйлы ғаилә тип иҫәпләй, әсәйемдән башҡа ул-ҡыҙҙары тәртипле, нисек кәрәк (уларҙың уйынса), шулай донъя ҡорған. Шуға уларҙың балалары ла һөйөклө, мин – тыума бала – артыҡ. Атай кеше минең барлыҡты-юҡлыҡты ла белмәй һәм белергә лә теләмәй, ахыры. Мәктәптә лә иҫәпкә бармын, һанға юҡ. Ике фәндән генә яҡшы өлгәшәм. Минең йәшәүемдән, ысынлап, ни мәғәнә?

Былай ҙа ҡатмарлы үҫеү, гормондар шашыуы осорон кисергән, үҙен артыҡ йән тип тойған үҫмерҙе – бер туҡтауһыҙ уйҙары менән әсәһенең уны табырға теләмәүенә барып төртөлгән баланы нисек йыуатырға? Һинең кеүек яратылмай, “яңылыштан” тыуған кешеләр менән донъя тулған, нисектер йәшәйҙәр бит, тиергәме? Тормош тәжрибәһе аҙыраҡ булыу сәбәпле, бөтә нәмәнең дә үтеүе, ауыр хәл-ваҡиғаларҙың да тарихта ғына тороп ҡалыуын әле тулыһынса аңлап етмәгән үҫмергә кемгә таянырға кәңәш итергә? Үҙе миңә тәүләп өндәшһә лә, ни яҙһам да, энәләрен тырпайтҡан, кире ҡаҡҡан ҡыҙ балаға бер аҙҙан, бәлки, ҡул да һелтәр инем, тик уның мәрхәмәтле йөрәкле булыуы сабырлыҡҡа өндәне: ул әсәһенең шәхси тормошо ыҡҡа килмәүенә ысын күңелдән бошоноп, уны йәлләне (“әсәйем ауыр эштә эшләй, ныҡ арый, миңә түгел, үҙенә лә ваҡыты ҡалмай, шуға ла ҡаңғыртмайым, бер ни ҙә һорамайым, һәйбәт кешегә кейәүгә сығып, яҡшы йәшәүен теләйем”); олатаһының ауырығанына ихласлап ҡайғырҙы, ярҙам итә алмауына әсенде (“аяҡтары бөтөнләй йөрөмәҫ булды, саҡырһалар, ҡош-ҡорт, мал ҡарашыр инем дә, саҡырмайҙар шул”); кәмһетеп, дәрестә уға ҡысҡырған уҡытыусыны ла аҡланы (“уларҙан яҡшы һөҙөмтә, ыңғай отчет талап итәләр, ә мин тәгәрмәскә тығылған таяҡ ише”)...

Беҙ уның менән бик оҙаҡ аралаштыҡ. Икәүләп таяныс нөктәләрен эҙләнек, йәшәргә этәргес көс бирерлек, ҡыуаныс килтерерлек сығанаҡтарҙы барланыҡ. Матур, яҡты киләсәк юраным уға. Үлемде түгел, йәшәү тураһында уйлауын үтендем. Төҫө менән өлкән кеүек күренһә лә, үҙен шулай тоторға тырышһа ла, бала бала инде, уны аңлаған кеше табылғас, күңелендәгеһен бушатҡас, ярай, апай, мин йәшәрмен, тигән булды. Шөкөр, һүҙендә торҙо, башҡаса үҙенә ҡул һалырға маташманы. Һәм, донъяның ғәҙеллеге тиергәме, әллә, киреһенсә, ғәҙелһеҙлегеме: ҡарт ҡына олатай менән өләсәйҙе бөгөн шул ситкә тибелгән ейәнсәр ҡарай. “Риза булып ҡарайым. Арҡамдан тупылдатып яратһалар, әлдә һин бар, тиһәләр, эй, рәхәт!” – тип яҙа ул. Ә ҡыҙының гүзәл бала сағын урлаған, аяуһыҙ һүҙҙәре менән уның тормошон ағыулаған әсәһе һаманғаса өлкәнәйә алмай, үҙенең уңышһыҙлыҡтарында әүәлгесә ҡыҙын ғәйепләп, ҡамғаҡ ише йөрөй бирә.

Хәүефле билдәләр



Ә ундай яралы күңелле, ғүмерен ҡыйырға һәләтле балалар яныбыҙҙа аҙмы ни?! Психологтар хәүеф төркөмөнә ҡараған балаларҙы бер нисә төргә бүлә. Фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн ниндәй билдәләргә иғтибар итергә?
- Баланың дуҫтары юҡ, ул бер кем менән дә йүнләп аралашмай, ата-әсәһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшмәй. Ул бөтә проблемаһын үҙаллы хәл итергә күнеккән, бер кемгә лә ышаныс белдермәй. Ныҡ ауыртынғанда ла, ҡурҡ­ҡанда ла иламай. Бала кире хис-тойғоларын сығарырға тейеш, ҡа­быр­саҡҡа бикләнеүе – бик хәүефле. Йышыраҡ наҙ күрһәтегеҙ был балаға ҡарата. Һәр саҡ ярҙамға килерегеҙҙе, яратыуығыҙҙы белдереп тороғоҙ. Бер-берегеҙҙе йәлләгеҙ.

- Баланы бер ни ҡыҙыҡһындырмай. Бар нәмәгә (ашау-эсеү, күңел асыу, эргә-тирәләге кешеләргә) битараф ҡала. Бөтә һорауға ла: “Миңә барыбер”, – тип яуап­лай. Яҡшы уҡыуы ихтимал, әммә ынтылышһыҙ. Өлкәндәрҙең ыңғайына тороп, үтенестәрен, йомоштарын үтәй, сөнки үҙенең теләк-хыялдары юҡ. Тәртип боҙмай. Тәү ҡарамаҡҡа тыңлаусан бала һис бер кәмселекһеҙ кеүек. Әммә малай һәм ҡыҙҙарҙың шөғөлө, ҡыҙыҡ­һыныу­ҙары булырға тейеш – улар йәшәү теләген арттыра. Шуға ла улығыҙҙы, ҡыҙығыҙҙы төрлө шөғөл менән ҡыҙыҡ­һындырырға тырышығыҙ. Көсләп секция, түңәрәктәргә йөрөтөргә ярамай, бала күңеленә ятҡанын үҙе һайлаһын.

- Бала ауырырға ярата, үҙендә “ҡурҡыныс ауырыу” билдәләрен таба. Ата-әсә тәүҙә ғауғалаһа ла, һуңынан был демонстратив “сир”ҙәргә өйрәнә, иғтибар итмәй башлай. Шул мәлдә баланың, үҙенә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында, сая аҙымдар яһауы бар. Күпселек бала ғүмер менән иҫәп-хисапты өҙөр өсөн түгел, ә ата-әсәне ҡурҡытыр өсөн генә үҙенә ҡул һалып маташа. Шулай итеп мәңге бушамаҫ ата-әсәгә үҙенең барлығын белдерергә тырыша. Үкенескә күрә, ҡайһы саҡ “Тиҙ ярҙам” ваҡытында килеп өлгөрмәй, һәм “юрый ғына үлем” ысынға әүерелә. Бала ауырығанда ғына түгел, даими рәүештә уны яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
Үҙенең үлемен, ата-әсәһенең нисек ҡайғырғанын йыш күҙ алдына килтергән балалар тәүҙә быны юрый ғына, уйын кеүек ҡабул итһә лә, тора-бара был уйҙарҙың тормошҡа ашыуы ла бар. Кескәй генә, иғтибарға лайыҡ булмаған сәбәп тә рух төшөнкөлөгөнә бирелгән бала өсөн һуңғы тамсы булыуы мөмкин. Ә төп сәбәп – ата-әсәнең һөйөүе, иғтибары етмәүҙә.

Ата-әсә һөйөүе –
ышаныслы ҡалҡан


- Бала менән яҡын, яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Уның менән һөйләшегеҙ: хәлен һорашып, үҙегеҙҙекен дә һөйләгеҙ. Аралашыу арлы-бирле түгел, ә ысын күңелдән булһын. Бергә урамда йөрөгөҙ, уйын уйнағыҙ, эш эшләгеҙ, кино йә йәнһүрәт ҡарап, фекер алышығыҙ. Уның фекере менән иҫәпләшегеҙ.
- Хаталары өсөн әрләргә, кәмһетергә ярамай (һәр кемдең яңылышыуы ихтимал). Хатаны төҙәтеү юлын бергә эҙләгеҙ.
- Үтә юғары талаптар ҡуймағыҙ – һәр кемдең үҙ бейеклеге.
- Уңыштары өсөн ҡыуанып, маҡтағыҙ.
- Баланы ғүмерҙә лә башҡалар менән сағыштырмағыҙ.
- Тыңламаған кеүек тойолһа ла, ул һеҙҙең һәр һүҙегеҙҙе ишетә, башына, йөрәгенә һала бара – ошоно бер ваҡытта ла онотмағыҙ, ата-әсәләр.
Әгәр ҙә бала үҙенең ата-әсәһе тарафынан һис бер шартһыҙ яратылыуын белһә, өйҙә уны аңлауҙарына ышанһа, башҡа бөтә сәбәптәрҙе лә (яуапһыҙ мөхәббәт, насар өлгәш, уҡытыусы менән конфликт, тиңдәштәре менән аңлашылмаусанлыҡ һ.б.) еңергә була. Тап ата-әсәнең һөйөүе балаға ышаныс бирә, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә.
Балағыҙҙы яратығыҙ, уны аңларға тырышығыҙ, ниндәй хәлдә лә уға иңегеҙҙе ҡуйығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Һөйөүегеҙ артып, үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын өсөн. Ни тиһәң дә, беҙ барыбыҙ ҙа, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, яҡлауға, аңлауға, һөйөп-һөйөлөүгә, ярлыҡауға мохтаж.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға