«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре



10.02.2019 Кешенең ғәжәп мөмкинлектәре

1 Кеше тәненең ҡан әйләнеше булмаған берҙән-бер өлөшө – күҙ мөгөҙсәһе. Ул кислородты туранан-тура һауанан ала.
2. Кеше мейеһенең һый­ҙырышлығы 4 терабайттан артыҡ.
3. 7 йәшкә тиклем бала бер үк ваҡытта тын да ала, йота ла ала.
4. Баш һөйәге төрлө 29 һөйәктән тора.
5. Мейенән нервы импульсы сәғәтенә 274 км тиҙлек менән хәрәкәт итә.
6. Бер кешенең мейеһе көн дауамында донъяның бөтә телефонын бергә алғанға ҡарағанда ла күберәк электр импульстары ебәрә.
7. Кеше кәүҙәһендә бер эттәге бөрсәләрҙе үлтерерлек көкөрт, 900 ҡәләм әҙерләрлек углерод, уйынсыҡ туптан (пушка) атырлыҡ калий, 7 киҫәк һабын эшләрлек май һәм 50 литрлыҡ мискәне тултырырлыҡ һыу бар.
8. Кеше йөрәге үҙ ғүмерендә 182 млн литр ҡанды ҡыуҙыра.
9. Һеҙ ошо һөйләмде уҡыған ваҡытта беҙҙең кәүҙәләге 50 мең күҙәнәк үлеп, яңыға алмашынып өлгөрә.
10. Әсә ҡарынындағы яралғының өс айҙа уҡ бармаҡ эҙҙәре барлыҡҡа килә.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға