«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?



11.02.2019 Тештәге таштарҙан нисек ҡотолорға?

Тештәге таш – киң таралған проблема һәм хәҙерге заман стоматологияһы уны бөтө­рөүҙең төрлө ысулын тәҡдим итә. Тештәрҙе һәр саҡ яҡшы итеп таҙартып тороу мөһим. Әгәр ҙә гигиена талаптары үтәлмәй һәм тештәргә ултырған һоро-һары ҡатлам ваҡытында бөтөрөлмәй икән, периодонтит башланыуы ихтимал. Был осраҡта инфекция тештең тамырҙағы каналы аша үтеп инеп, уның тышҡы ҡатламы һәм уны уратып алған туҡы­малар ялҡынһына. Бәхеткә күрә, был ҡурҡыныс сирҙе иҫкәр­теүҙең, йәғни тештәге таштарҙы бөтөрөүҙең тәбиғи сараһы бар.

Бының өсөн 40 г әстерхан сәтләүеге ҡабығы, бер стакан һыу кәрәк. Ҡабыҡты 20 минут һыуҙа ҡайнатырға һәм бер аҙ һыуытырға. Теш щеткаһын ун минут ошо төнәтмәлә ебетеп алғандан һуң, тештәрҙе ентек­ләп таҙартырға. Был процедураны көнөнә өс тапҡыр ҡа­батларға мөмкин.
Сәтләүек ҡабығы бактерия-ларға ҡаршы көрәшеү үҙен­сәлегенә эйә, шулай уҡ тештең эмаленә ултырған һары-һоро ҡатламдан арынырға булышлыҡ итә. Бы төнәтмә теш ҡаҙналары ҡанап йонсоған кешеләргә лә файҙалы.



Автор: С. Лотфуллина
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға