«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?



05.02.2019 Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

Үҙ-үҙеңә нисек ярҙам итергә?

Һалҡын алдырғас та


30 г эвкалипт һәм 30 г төклө ҡарһаҡ (очанка) япрағына 40 г кейәү үләне (чабрец) ҡушып бутарға һәм бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтеп, сәй урынына эсергә. Көнөнә өс сынаяҡ эсергә мөмкин.

Тымау башланһа



-Ике-өс минут буйы бойҙай йәки арыш сохарыйының төтөнөн еҫкәргә. Бының өсөн сохарыйҙы ҡоро табаға һалып, бер аҙ талғын утта тоторға.
-Шәкәр киҫәгенә йә бер балғалаҡ балға өс тамсы эвкалипт майы тамыҙып, шуны яйлап ҡына һурырға. Был дарыуҙы өс көн ҡулланырға мөмкин.

Йүтәл йонсотһа



-Төнгөлөккә күкрәккә аҡ май йәки сусҡа майы ҡушылған һарымһаҡ иҙмәһе һөртөгөҙ (температура булмағанда).
-Көнөнә өс тапҡыр араҡыла төнәтелгән әрем төнәтмәһе эсегеҙ.
-Бер стакан һөткә 2 – 3 инжир емеше ҡушып ҡайнатып, көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң яртышар стакан эсергә.
-Ҡайнар һөткә 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ ҡушып, бер аҙ тотҡандан һуң, көн дауамында әҙ-әҙләп эсегеҙ.
-Сөгөлдөр, кишер, гранат һәм лимондан витаминлы һут әҙерләп, уға бер ҡалаҡ бал ҡушығыҙ һәм ярты сәғәт һыуытҡыста тотоғоҙ. Ашарҙан бер сәғәт алда йылы килеш ике-өс ҡалаҡ эсергә.
-Бер стакан балға сама менән ваҡлап лимон һәм ҡырғыстан үткәрелгән имбирь ҡушып бутарға һәм сәй эскән һайын шуны бал урынына ҡабырға.
-Тымауҙан һәм йүтәлдән арҡаға һәм күкрәккә сусҡа майына әҙ генә скипидар ҡушып һөртөргә һәм, йылы юрған ябынып, берәй сәғәт ятып торорға.

Әгәр ҙә «һалҡын» үпкә ҡурыл­дайҙарына (бронхтарға) төшөп өлгөрһә, ошо ҡатнашмаға бал менән эвкалипт майы һәм бер аҙ үҫемлек майы ҡушып ыуынырға.

Бер ҡалаҡ гәрсис онона берәр ҡалаҡ бал һәм көнбағыш майы ҡушып бутарға һәм шуны йәйеп түшкә ҡуйырға. Өҫтөнән целлофан йә таҫтамал ябырға. Ул бик яҡшы йылыта. Бер үк ваҡытта арҡаға ла ошондай уҡ йәймә ябырға мөмкин. Тик ярты сәғәттән артыҡ тоторға ярамай, яндырып ҡуйыуы бар.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға