«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үҙ-үҙегеҙҙе ваҡытында йүгәнләй белегеҙ



29.01.2019 Үҙ-үҙегеҙҙе ваҡытында йүгәнләй белегеҙ

Ваҡыт етмәй китә... Ҡабаланам. Ашығам. Елдерәм тормош буйлап. Уныһын өлгөртөргә, быныһын түләргә, тегендә барырға, бында килергә, дәрес әҙерләргә, уҡырға, ятларға... Балаларыңды һөйөргә, тыңларға, аңларға, һүрәт төшөрөргә, сәпәкәй итергә, ҡыуанырға, йыуатырға... Таң ата ла кис була... Төндә уянып китеп, өлгөрмәгән эштәремә тотонған мәлдәрем күбәйеп китте. Ашарға ла, йоҡларға ла ваҡыт йәл. Нимәлер тормошомда яңылыш бара, былай булырға тейеш түгел бит, ҡайҙа һәм нисек ипкә килтерергә икән һуң, тигән уйҙар мейене быраулай. Һәм (яңылыш аҙымым минең) – гәзиткә яҙыуҙы туҡтатып тороу. Сөнки аңлайышлы, халыҡҡа еткерерлек, күңелендә ауаз табырлыҡ итеп яҙыу күп ваҡытты ала. Кемгә нисектер, яҙмаларым баҫылып сыҡҡанда, ысынлап та, үҙемдә ныҡ яуаплылыҡ тоям. Бик еңел генә хәл иттем дә ҡотолдом, тигән тойғо менән йәшәйешемде дауам иттем. Яҙмаһам да, ваҡытым нисек тығын булды – бер ни ҙә үҙгәрмәне, ышанаһығыҙмы? Нисек хәле бөткән, бышлыҡҡан ат кеүек булғанмын, шул уҡ хәлдә ҡала килдем. Арманһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡас, бер эшемдән дә йәм тапмай башлағас, тыйҙым үҙемде! Туҡта!


Психологияла шундай ысул бар: үҙ-үҙеңде йүгәнләү тип саф башҡортсалап әйтәйем әле. Йәғни өҫтә һанап киткән билдәләрҙе һиҙемләй башлаһағыҙ, туҡтатығыҙ үҙегеҙҙе. Иң ябай әмер менән: туҡта! Бер мәлгә, бер сәғәткә, бер көнгә эштәрегеҙҙе, яныу- көйөүҙәрегеҙҙе ситкә ҡуяһығыҙ. Ситкә ҡуйыуҙы бөтөнләй мәшәҡәттәрҙән баш тартыу тип аңларға кәрәкмәй. Киреһенсә, мәшәҡәттәрҙән ситләшеү аҡты – ҡаранан, яманды яҡшынан айырырға ярҙам итәсәк. Унда өлгөрәм, бынан ҡалмайым тип сабыулағанда һеҙҙең дә башығыҙ буталып китәме? Үәт, шуны ипкә һалыр өсөн кәрәк тә инде ошо пауза. Бөтә ергә лә өлгөрөп булмағаны көн кеүек асыҡ. Шуға күрә иң мөһим эштәрҙән башлайбыҙ, килешәһегеҙме? Мәҫәлән, бөгөнгө көндә иң мөһим өс эшегеҙҙе билдәләйһегеҙ, башҡараһығыҙ, бер-ике йылы һүҙ менән үҙегеҙҙе ҡеүәтләп ебәрәһегеҙ. Башығыҙҙа сыуалған мең төрлө хәсрәтле уйҙы ҡыуаһығыҙ (туҡта!), эшләнмәй ҡалған эштәр өсөн үҙегеҙҙе әрләмәйһегеҙ, ә эшләнгәне өсөн маҡтарға онотмайһығыҙ, йәме. Ғаиләгә – максимум ваҡыт, йылы һүҙ, йылмайыу бүләк итегеҙ. Йоҡларға ятҡас, был көнгә эстән генә рәхмәт әйтегеҙ, иртәгәһе көнгә тағы ла иң мөһим өс эште билдәләгеҙ. Телевизор, компьютер, телефон, планшеттарҙы һүндереү ҙә тыныс ял итергә ярҙам ғына булыр.

Үҙемә килгәндә, ошо рәүешле бер аҙна йәшәнем. Ысынлап та, мейене быраулаған осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарҙан ҡотолоуы ауырға тура килде. Иң еңел ысул тип үҙемсә ошоларҙы әйтер инем: саф һауа, китап, һөйөү, йылмайыу-көлөү, рәхмәтле булыу. Бәхет тә ул балаҡайыңдың үҫкәнен, уның юҡҡа ғына ла ихлас йылмайыуын күреү, тип иләҫләнеп торғанымда, таныш түгел ҡыҙ яныма килде лә, һеҙ фәлән фәләновамы, тип һораны. Эйе, тип яуап биргәйнем, теге ҡыҙ миңә рәхмәтле булыуын әйтте. “Йәншишмә”лә мин алып барған “Психолог кәңәштәре” рубрикаһын бәләкәй саҡтан уҡыған икән. Һәм профессия тураһында яҙған мәҡәләм уға дөрөҫ йүнәлеш биргән. Бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәй ҡалдым, ул йүгереп китеп тә барҙы. “Тимәк, рубрика артабан да йәшәргә тейеш”, – тип, ҡыуанышып ҡайтып киттек бәләкәсем менән.

Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй “сабып” йөрөгәндә ошолай туҡтап ҡалыу, фекерҙәреңде тәртипкә килтереү еңел түгел икән – бына шуны һеҙ ҙә аңларһығыҙ, дуҫтарым. “Ашыҡҡан – ашҡа бешкән” ти халыҡ, ошо хаҡта онотмайыҡ. Күңелегеҙ тыныс булһа, тормошоғоҙ ҙа яйға һалыныр, эштәрегеҙ ҙә уң булыр, һаулығығыҙ ҙа ҡаҡшамаҫ. Тағы ла сабыш атылай елә башлаһағыҙ, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: теҙген – һеҙҙең ҡулығыҙҙа.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға