«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бәхеткә хоҡуҡты аңлау проблеманы йырып сығырға ярҙам итәсәк



22.01.2019 Бәхеткә хоҡуҡты аңлау проблеманы йырып сығырға ярҙам итәсәк

Ирем менән бергә йәшәгәнгә дүрт йыл. Танышып, дуҫлашыуыбыҙҙы һанаһам, бер-беребеҙҙе ете йыл беләбеҙ. Йөрөгән ваҡытта уның ҡыҙғаныуын, минән ниндәйҙер "отчеттар" таптырыуын, үткәндәрҙә ҡалған егет дуҫтарымды тәфсирләп һорашыуын ҡыҙыҡ күрә инем. Ул мине ярата, минең турала бөтә нәмәне белеп, мине аңларға теләй – был бит яҡшы, тип уйлай инем. Түкмәй-сәсмәй, хатта әхирәттәремә һөйләмәгән серҙәремде лә уға астым. Өйләнешмәҫ элек бер нисә тапҡыр ошо асыҡ ауыҙлығым арҡаһында туҡмаҡ эләкте. Туҡмаҡ тигәс тә, битемә сәпәп ебәрҙе инде, тик тубыҡланып тороп ғәфү үтенгәс, оноттом. Ул ваҡытта унан ҡурҡмай инем. Ирем булып йәшәгән тәүге йылында уҡ ҡанға батырғансы туҡмалғас, уйға ҡалдым. Аҙаҡ ҡурҡа башланым, сөнки айныҡ сағында ла юҡҡа ғына ҡыҙып китеп, мине этә төртөп ебәрергә күп һорамай ине. "Һинең кеүек фәхишәнең башҡа мөнәсәбәткә өмөт итеүе – иҫәрлек. Һине иҙһәм дә, үлтер­һәм дә, миңә тиклем ҡылынған гонаһтарыңдан арындыра алмам. Ир тейгән ер тамуҡта янмаҫ, тиҙәр, так что!" – тип бөтә еремде иҙҙе. Эшемдән дә сығарып алды, йәнәһе, унда мине үҙем кеүек уйнашсылар көтөп тора. Балабыҙ булмаҫын да беләм. Хәлемде бер кемгә лә һөйләмәйем. Туғандарым һиҙә, әлбиттә. Тик уларҙы ҡыҫтырмайым: иремдең уларға ла һуғыуы бар. Ябыҡтым. Йоҡлай алмайым. Бер кем менән дә аралашмайым. Ҡыҙ булып кейәүгә сыҡманым иремә. Үлгәнсе ошо яңылышым өсөн язалар, гонаһтарымдан арындырыр кешем – ул ирем.
Кәңәш тә һорамайым һеҙҙән, тик... Йәш ҡыҙҙарға ғына әйтер һүҙем: кейәүгә ғиффәтле булып сығығыҙ.
Мәзүнә, 37 йәш.

Ошондай йөкмәткеле хат килеп төштө. Ғөмүмән, консультацияларым интернет селтәрендә бара. Кеше минең менән "дуҫлаша", һорауҙарын бирә, рекомендациялар ала, кисерештәре менән бүлешә, уңыштарын-яңылышыу­ҙарын барлай, анализ яһай. Әлбиттә, ике яҡлы аралашыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – күп кенә клиентым рәхмәтлеләр, моғайын. Ә был хатты алғас, баҙап ҡалдым. Мәзүнә үҙенең тормошон тәфсирләп тороп яҙған, йәғни күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙға бушатҡан. Психологияла был ысул "проговаривание" тип атала. Бер кемгә лә һөйләмәҫ серҙәреңде ҡағыҙға бушатыу күңел торошон бер аҙға еңеләйтә. Һәм Мәзүнә ниндәйҙер ысул менән мине тапҡан; яйын табып, бөтә нескәлеге менән ҙур күләмле хат яҙған; эсендәген бушатыр өсөн барыбер көс түгеп, ниндәйҙер хәрәкәттәр эшләгән; иренә булған ҡурҡыуын бер аҙға ғына булһа ла еңә алған – хатты ебәргән. Тимәк, был ҡатын ипләп кенә был тоҙаҡтан сыға алыр, тигән өмөттә ҡалам.

Күңелде иң бошорғаны шул: күп кенә ҡатын-ҡыҙ тиран ирҙәренең юҡтан тапҡан ғәйептәренә үҙҙәрен ышандырып, тап Мәзүнә кеүек хәлдә йәшәй. Йәғни улар ситуацияның ҡорбанына әйләнә. Көн дә иренең: "Һин бер кем түгел, һәм исемең дә юҡ бит һинең!" – тигәненә ҡатын тора-бара сикһеҙ ышана. Хатта психологик яҡтан тотороҡло булмаған, иң ҡурҡаҡ ҡатындар ҙа бер мәл "тәртә"не ватып ҡарай, әммә был хәлде психик ауырыуға дусар булған ир тиҙ генә, көс ҡулланып, әлбиттә, башҡаса ҡабатламаҫлыҡ итеп тыйып ҡуя. Психик ауырыу, тип әйтеүем шунан ғибәрәт: һау ир БЕР ҠАСАН да ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәрмәй, уның үткәндәре менән йәшәмәй (сәбәп кенә бит ул кемделер кәмһетергә, туҡмарға, иҙергә). Бында шуға иғтибар итеү мөһим: тиран ирҙәрҙең көсө тик ҡатындарына етә, башҡаларға ҡарата улар бөтөнләй икенсе мөнәсәбәттә.
Был хәлдән ҡотолоп йәки туҡтатып буламы һуң? Шикһеҙ. Тик Мәзүнәнең үҙенән тора: түҙәме, түҙмәйме? Әгәр ҙә артабанғы тормошон матур итеп дауам итергә теләге булһа, үҙенең бәхеткә хоҡуғы барлығына ышанһа, проблемаһын йырып сығасаҡ!

Беҙҙең сикһеҙ ҡәҙерле, хөрмәтле ир-егеттәребеҙгә лә әйтер инем: үҙегеҙгә тормош юлын бергәләп үтер өсөн йәр тапһағыҙ, уны яратығыҙ, һөйөгөҙ, ҡәҙерләгеҙ! Зинһар, йән һөйгәнегеҙҙең һәм һеҙҙең дә үткәндәрегеҙ үткәндә ҡалһын, яңы тормошоғоҙҙа тик яңы, яҡты, бәхетле кисерештәр генә урын алһын.





Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға