«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Халыҡ медицинаһы: тирене һалҡындан һаҡлау, сөйәлдәр, һытҡылар



19.01.2019 Халыҡ медицинаһы: тирене һалҡындан һаҡлау, сөйәлдәр, һытҡылар

Тирене һалҡындан һаҡлайыҡ
Һыуыҡтан тире ҡыҙарып, ҡытыршылана башлаһа, өй шарттарында әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн 2 ҡалаҡ ылыҫ, берәр ҡалаҡ тырнаҡ гөлө менән аҡсәскә (ромашка) алырға һәм 0,5 литр араҡы ҡойоп, бер аҙна буйы ҡараңғы урында төнәтергә. Һуңынан марля аша һөҙөп, ҡара быяла һауытта һаҡларға. Иртәле-кисле төнәтмә менән битте ыуырға.

Табандағы сөйәлдәрҙән нисек ҡотолорға?
Сөйәлдән ҡотолоуҙың ябай ғына ысулы бар. Бының өсөн әҙ генә аш һеркәһе эссенцияһы менән он алып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡатнашма әҙерләргә. Төнгөлөккә шуны тиренең һау урындарына тейҙермәй генә сөйәлгә һалырға кәрәк. Әҙерәк кипкәс, өҫтөнә ойоҡбаш кейергә мөмкин. Сөйәл тулыһынса бөтһөн өсөн өс процедура ла етә.

Биттәге һытҡылар йонсотһа…
Керән тамырын ныҡ итеп йыуып, ҡырғыс аша үткәреп, шуның менән шешәнең 3/4 өлөшөн тултырырға. Өҫтөнә тулғансы шарап һеркәһе ҡойоп, ун көн төнәтергә һәм ҡара төҫтәге шешәлә һаҡларға.
Һытҡыларҙы тәүҙә ҡайнаған һыу менән сылатырға, һуңынан өҫтөнә төнәтмәне һөртөргә. 10 минуттан һуң битте тәүҙә йылымыс һыу, һуңынан һалҡын һыу менән йыуырға.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға