«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?



09.01.2019 Кемдең асарбаҡ булғыһы килә?

Мәктәптәрҙә, колледждарҙа бала­лар­ға ошо һорауҙы бирһәм, аптырап китәләр. Ҡапыл йылмайып ҡуялар. Ә ҡайһы берәүҙәре: “Был апай аңра шикелле, сөнки бер кеше лә ошондай һорау бирмәҫ”, – тигән ҡараш менән текләй. Әйтергә кәрәк, балаларҙың күбеһе тымып ҡала, ә бер нисәүһе (ундайҙарһыҙ ҙа булмай) минең ундай ҡот осҡос киләсәк тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә тейеш түгеллегемде иҫбатлар­ға маташа. Сөнки улар мине: “Асарбаҡ булыу тик оло кешеләргә генә хас, һәм беҙ бер ҡасан да был юлға баҫмаясаҡбыҙ. Шулай булғас, беҙгә был турала тыңлау ҙа кәрәкмәй!” – тип ҡәтғи рәүештә тыя. Әйтерһең дә, бөгөн урамда йәшәгәндәр асарбаҡ булып тыуған да, мәктәп-университет тупһаһын бер ҙә аша атлап үтмәгән?

“Был ҡыҙыҡ апай ни әйтер икән тағы?” – тип, күҙҙәре йылтырашып, шым ғына ултырғандар ҙа, мине ҡапыл күрә алмаҫ хәлгә еткән балалар ҙа үҙҙәренсә хаҡлы. Эйе, бәлки, уларға тормоштоң “был” яғын бөтөнләй һөйләргә лә тейеш түгелмендер. Күрмәҫкә, күҙ йомоп ҡарарғалыр, ә? Уйлап ҡараһаң, улар әле үҫеп етмәгән, бәләкәстәр... Икенсе яҡтан, ошо уҡ үҫмерҙәр араһында теш араһынан серт төкөрөп тәмәке көйрәткән, спиртлы эсемлектәр йотҡан, ҡанун боҙоп, төрлө язаға тарттырылғандар ҙа бар бит. Тимәк, хәҙерҙән үк психоактив матдәләр ҡуллана башлаған балаларҙы афәттән йолоп алыу ниәтенән “был” турала әңгәмәләшеү мөһимме? Ә үҙенең эргәһендә эсеп-тартҡан дуҫтарын күреп, күңеленән генә: “Мин дә әҙ генә татып ҡарайым, тик бер тапҡыр ғына тәмләйем дә – бөттө!” – тигән уй йөрөткәндәргә тап ошондай киләсәк тураһында һүҙ алып барыу кәрәкме?

“Кемдәр ул асарбаҡтар?” – тигән һорау менән әңгәмәне башлайым. Тормошта үҙ урынын тапмаған эскесе һәм наркомандар, эшләргә яратмаған әҙәмдәр улар, ти балалар. “Ҡайҙан һәм нисек барлыҡҡа килә һуң асарбаҡтар, ғаиләләре һәм ата-әсәләре, яҡындары бармы?” Был һорауға тыңлаусыларым оҙаҡ ҡына яуап эҙләй. Бер килке шаулашып фекер алышҡандан һуң, фантазияларын эшкә егеп, яҡынса аңлатып үтәләр: “буласаҡ” асарбаҡ ни өсөндөр эшһеҙ ҡала һәм тормоштоң иң аҫҡы тупһаһына тиклем тәгәрәй. Тәгәрәүҙән яҡындары ни өсөн туҡтата алмағандыр – был һорау бөгөнгәсә асыҡ ҡала килә, үҫмер­ҙәр, йәш һәм тәжрибәһеҙ булғанға күрәлер, аңлата алмай. Йәғни улар әлегә был тормошта кешеләр араһында алдау, күрә алмаусылыҡ, хыянат бар икәнен төбөнәсә төшөнөп етмәй. Уларҙың уйынса, кеше ни тиклем генә яңылышмаһын, уны кисереп, ярҙам итеү зарур. Улар менән мин дә килешәм, тик асарбаҡтар бар бит барыбер ҙә! Тимәк, улар кисерелмәҫлек хата ҡылып, яңғыҙлыҡҡа дусар булғанмы? Хәҙер инде балалар минең менән килеште. “Кем ғәйепле был хәлгә: асарбаҡ үҙеме әллә уға ҡул һелтәгән яҡындарымы?”. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында, йәшәйештең иң аҫҡы баҫҡысына төшкән асарбаҡ үҙе ғәйепле, тигән яуап алдым үҫмерҙәрҙән. Әйттеләр ҙә уйға ла ҡалдылар. “Ә ул, асарбаҡты әйтәм, ошондай тормош тураһында хыялландымы икән бала сағында? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” Күрәм, кемеһелер ризаһыҙ ғына башын сайҡап ҡуйҙы.

Артабан беҙҙең һөйләшеү йәмғиәт, ҡануниәт, ҡағиҙәләр һәм нормалар тураһында дауам итте. Был юҫыҡта беҙҙең балалар бик белемле: улар үҙҙәренең ни өсөн класта иҙән йыумағанын, ҡар көрәмәгәнен, ата-әсәләренең үҙ балаларына ҡарата ниндәй тәрбиә ысулдарын ҡулланыуын, уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең уҡыусыларына тауыш күтәреү түгел, ҡырын да ҡарамаҫҡа тейешлегенә тиклем тәфсирләп һөйләп бирҙе. Белгәндәре яҡшы, һүҙем дә юҡ. Улар яратҡан “беҙгә тейештәр” исемле теманан һуң үҙ сиратымда уларға тағы ла һорау бирәм. “Ә һеҙ ни тейешһегеҙ улай булғас: атай-әсәйегеҙгә, уҡытыу­сы-тәрбиәсегә, йәмғиәткә?” Был һорау­ға ла ихлас яуаплайҙар: яҡшы уҡырға, тыңлаусан булырға, тәртип боҙмаҫҡа, хөрмәтләргә, ярҙам итергә... Афарин, тип уларҙы маҡтап, артабан һөйләшәбеҙ. “Ә ни өсөн бәлиғ булмағандар тәмәке тарта, спиртлы эсемлектәр ҡуллана, хоҡуҡ боҙа? Ҡанун тарафынан был бит ныҡ ҡына тыйыл­ған?!”– был һорау күп кенә баланы ирен ҡыры менән мыҫҡыллы ғына йылмайыр­ға мәжбүр итте. Тәфсирләп, ҡануниәттең статьяларын күрһәтеп, эшемдә осраған хәлдәргә таянып аңлатам. Ябай ғына күренгән тәртип боҙоуҙар, дәрестәрҙе ҡалдырыу ҙа, йыйыла килә, ҡанун тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырыла торған эш икәнен аңлатыу уҡыусыларымды аптырауға һалды. Имеш, ололар һәм дәүләт уларҙың иреккә булған хоҡуғын ҡыҫа! Мәктәптә башланған тәртипһеҙлектәр оло тормош юлында ла дауам итһә, йәш кеше үҙенә оҡшаған дуҫ-иштәр тапһа, енәйәткә алыҫмы? Түгел, әллә ниндәй ҡурҡыныс хәлгә лә барып етеүе бар уның, тип ризалашты әңгәмәселәрем. Ә ошо йәш кешенең ата-әсәһе балаһын араҡынан, наркотиктарҙан, енәйәттәрҙән йолоп алып ҡала аламы? Ә яҡындары, дуҫтары? Булмайҙыр, булды яуаптары. Социаль баҫҡыста тап ошо кеше, башҡа клас­таштарынан айырмалы рәүештә, аҫҡа төшәсәкме? Эйе, тип баш сайҡайҙар. Асарбаҡҡа әйләнеү өсөн был кеше тағы ла ниҙер ҡылырға тейешме? “Артабан да ошолай дауам итһә, туҡтамаһа, ул бөтөнләй яңғыҙ ҡаласаҡ. Бер кем дә уны яратмаясаҡ һәм көтмәйәсәк. Насар ғәҙәттәре, алама яҡҡа үҙгәргән холҡо менән ул берәүгә лә һыймаясаҡ”, – тип килештеләр. Тимәк, асарбаҡ тормошо тураһында хыялланмаһаң да, ошо яҙмышҡа дусар булыуы үтә лә ябай, шулаймы? Һәр кемдең яҙмышы – үҙ ҡулында. Шулай булғас, хәҙерҙән үк киләсәгебеҙҙе боҙа башламайыҡсы, тип килештек балалар менән.



Автор: Әлмира ИСХАҠОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға