«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Сәстәр нимә тураһында һөйләй?



08.12.2018 Сәстәр нимә тураһында һөйләй?


Сәстәрҙән күп нәмә хаҡында белергә була. Криминалистар улар­ҙы тикшереп, кешенең үлеменең дә сәбәбен асыҡлай ала. Әйткәндәй, бында енәйәттең ҡасан ҡылыныуы мөһим түгел. Мәҫәлән, 1998 йылда криминалист, биология фәндәре кандидаты Т. Макаренко Иван Грозныйҙың әсәһе – 1538 йылда вафат булған Елена Глинскаяның сәсендә ағыу тапҡан. Батшаның ҡатыны Анастасия Захарьинаның үлеменең сәбәбе лә асыҡланған – терегемөш тоҙҙары менән ағыуланған.

Сәстәргә тикшереү үткәреү Наполеон Бонапарттың үлеменең рәсми рәүештә теркәлгән сәбәбен дә инҡар итә. Ярты быуат элек Канада миллиардеры Бен Вейдер Наполеонды мышаяҡ менән ағыу­лауҙарын иҫбат итергә тырыша. Организмды сәс буйынса тикшереү ысулы ҡулланыла башлағас ҡына был фараздың дөрөҫлөккә тура килеүе раҫлана. Императорҙың сәсендәге мышаяҡ күләме норманан 30 тапҡырға күберәк булып сыға.

Сәс биологик матдә булараҡ тарҡалмай, шунлыҡтан меңәр йылдар үтһә лә, үҙендә хужаһының организмы хаҡындағы мәғлүмәтте һаҡлай.
Тәжрибәле табип иһә пациентының сәс ҡатламын ҡарау менән шунда уҡ уның эндокрин системаһында ниндәйҙер етеш­һеҙлек булыуын күрә ала. Был ауырыуҙың төп күрһәткесе – йә үтә майлы, йә үтә ҡоро һәм һынып барыусан сәстәр. Ә иң сағыу билдәһе – сәстең ҡапыл күпләп ҡойола башлауы. Медицинала уны “алопеция” тип йөрөтәләр. Беҙҙеңсә уны пеләшлек тип аңларға мөмкин.

Сәс ҡойолоуҙың ике төрөн билдәләйҙәр: ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр. Ҡатын-ҡыҙҙар төрөнә сәстең бер тигеҙ булып ҡойолоуы хас. Ә инде алдан һәм ике яҡ ситтән күпләп ҡойола икән, быны ир-егеттәр төрөнә индерәләр. Уларҙың ике төрө лә гүзәл затта ла, шулай уҡ көслө затта ла осрауы мөмкин. Әгәр ҙә сәс ҡойолоуҙың икенсе төрө ҡатын-ҡыҙҙарҙа күҙәтелә икән, был уларҙа ир-егеттәр гормонының күп булыуы хаҡында һөйләй.

Сәстең ваҡытынан алда ҡойолоуы иң беренсе сиратта ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенең боҙолоуы менән бәйле. Әгәр ҙә уны ваҡытында асыҡлағанда, сәбәбен бөтөрөп, ҡойолоуын туҡтатып була.

Шулай уҡ сәстең күпләп ҡойолоуына дарыуҙар менән дауаланыу, нур терапияһы, бактерия һәм бәшмәк инфекциялары, псориаз, себорея кеүек ауырыуҙар ҙа сәбәпсе булыуы ихтимал. Әгәр ҙә сир тәрәнгә үтеп инеп өлгөрмәһә, уларҙы бөтөрөп, сәсте үҫтереп була.
Шулай уҡ урыны-урыны менән дә пеләшлек барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ололарҙа, ғәҙәттә, ул күпмелер ваҡыт булып ала, һуңынан урынына сәс үҫә. Ә инде бала саҡта булһа, унда ҡабат сәс үҫмәүе лә мөмкин.

Шулай итеп, сәс ҡойола башлаһа, нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, хәҙер был проблеманы хәл итеүҙең төрлө сараһы бар. Хатта хирургик ысулды ла ҡулланалар. Шулай уҡ күптән һыналыу үткән халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән дауалар ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Әммә, иң беренсе сиратта, бындай сәсте дөрөҫ итеп ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Сәсте бөҙрәләтеү һәм буяу өсөн көслө химик препараттар ҡулланыуҙан тыйылығыҙ. Еүеш сәсте фен менән киптергән осраҡта ла иң көсһөҙөнә генә ҡуйып эш итергә кәрәк. Термобигудиҙан, тимер тараҡтарҙан баш тартығыҙ.

Ә сәсте сәләмәтләндереүсе һәм ҡойолоуҙан туҡтатып, үҫеүен тергеҙеүсе иң ябай рецептарға килгәндә, улар түбәндәгеләр.
- Сәсте аҙнаһына бер тапҡыр йылы ҡайнаған һыу менән йыуырға. Һыуҙы шишмәнән, йылғанан, йә булмаһа, ҡоҙоҡтан алығыҙ, кран һыуы ярамай.
- Урта ҙурлыҡтағы бер баш һуғанды ҡырғыстан үткәреп, бер нисә ҡат марляға урарға һәм шул рәүешле һутын баш тиреһенә һеңдергәнсе һөртөргә. Ошо процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағандан һуң сәс ҡойолоуҙан туҡтап, матур булып ялтырап ҡала.
- Бер баш һуғанды ҡырғыстан үткәреп, әҙерәк бал ҡушып бутарға һәм шуны сәс төптәренә һөртөргә. 30 минут тотҡандан һуң йылымыс һыу менән йыуып төшө­рөргә.
- Бер литр һыуға 2 ҡалаҡ бал ҡушып бутап, аҙнаһына ике тапҡыр баш тиреһенә һеңдергәнсе һөртөргә. Ул сәсте нығыта һәм үҫешен көйләй.
- Иртә яҙҙа ике йыллыҡ дегәнәк тамырын ҡаҙып алып, һалҡын һыуҙа йыуырға һәм һутын һығып алырға. Быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләргә тырышырға кәрәк, сөнки асыҡ һауала тамыр окисләнә. Ошо һутты баш тиреһенә һөртөргә. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр ҡабатларға мөмкин.
- Пеләшлек башланып ҡына торған осорҙа ҡомалаҡ тубырсығы файҙалы. Тик уларҙы ныҡ өлгөрмәҫ элек йыйып алырға кәңәш ителә. Бер ҡалаҡ ҡомалаҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасы ныҡ итеп ябылған һауытта 30 минут ҡайнатыр­ға. Һуңынан һөҙөп алып, бер аҙ һыуынғас, башҡа һөртөргә. Ныҡ эҫе килеш һөртөргә ярамай.
- Сәс ныҡ ҡойолғанда көн һайын кискеһен баш тиреһенә көслө һыра һөртөп, 5 – 10 минут тоторға. Сәсте ҡороторға ярамай, шул килеш үҙе кипһен. 40 – 60 минуттан һуң кесерткән япрағы төнәтмәһе менән сайҡатырға. Дауаланыу курсы – бер ай. Йылына ике-өс тапҡыр ҡабатларға мөмкин.
- Дүрт ҡуҙаҡ әсе боросто 0,5 л араҡыға һалып, өс аҙна төнәтергә һәм һөҙөп алыр­ға. Сәстең үҫешен тиҙләтеү өсөн ике-өс аҙнаға бер тапҡыр 50 мл төнәтмәне баш тиреһенә һөртөргә.
- Сәс ҡапыл ҡойола башлағанда, бер ҡалаҡ үҫемлек майына бер йомортҡа һарыһы ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм башҡа һөртөп, 40 минут тоторға. Һуңынан эҫе һыу менән сайҡатып төшөрөргә. Бер-ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланырға.
- 100 г нәҙек кенә һырғанаҡ һабағына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, шәлгә урап, 3 сәғәт төнәтергә. Ошо төнәтмәне әҙ-әҙләп көн дауамында эсеп бөтөргә. Уны баш тиреһенә һөртөргә лә ярай.
- Сәсте нығытыу өсөн иртәнсәк ас ҡарынға бал һәм урман сәтләүеге (фундук) онтағы ҡушылған һоло бутҡаһы ашар­ға кәңәш ителә. Ул сәскә генә түгел, бит тиреһенә лә ыңғай йоғонто яһай.





Автор: С.Лотфуллина
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға