06.12.2018 Файҙалы эсемлектәр

Баллы-лимонлы һыу.
Бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ бал һәм ике ҡалаҡ лимон һуты ҡушып бутағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан эсегеҙ. С витамины организмдан шлактарҙы сығарырға һәм иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә.

Һоло кеҫәле.

Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, иммунитетты нығыта. 200 г һолоно өс литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә 0,5 л кефир ҡойорға һәм бер ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1,5 л һыу өҫтәргә. Өҫтөн марля менән яҡшы итеп ябып, йылы урынға әсетергә ултыртырға. Һуңынан һөҙөп алып, кәстрүлгә бушатырға һәм талғын утта болғата-болғата ҡайнатып сығарырға. Әҙер кеҫәлде ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стакан эсергә.

Баллы-дәрсенле эсемлек.

Организмды таҙартыу үҙенсәлегенә эйә, метаболизмды тиҙләтә, асығыу тойғоһон баҫа. 0,5 балғалаҡ дәрсенде 200 мл һыуға һалып бутарға. Бер аҙ һыуынғас бер балғалаҡ бал ҡушып, 2 сәғәт һыуытҡыста тоторға. Уны иртәле-кисле ас ҡарынға эсергә мөмкин.



Автор: С.Лотфуллина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән