«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума



29.11.2018 Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума

әллә “Серләшәйек”кә яҙамы?

Аптырағас, алйығас, ни ҡылырға белмәгәндән өйрәк үҙен һыуға киреһенсә индереп ҡарайҙыр. Ҡайһы бер мәлдәр­ҙә, ҡош булһа ла, мин әйтәм, ҮҘЕҢДЕ үҙгәртмәйсә, әйләндереп-тулғандырмайса булмағанын аңлаймы икән? Үәт әй, тип уйларға ҡала.


Беҙгә, кешеләргә, үҙебеҙҙе ҡоштар, хайуандар менән сағыштырып ултырыу килешкәндер шул, тиер ҡай берәүҙәр. Кит бынауҙы, тапҡан нимә һөйләргә, тип бот сапҡандар булыр – һәр кемдең донъяға үҙ ҡарашы. Ризамын. Һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ тормошо, үҙ йәшәйеше. Ошо йәшәйеш – йәшәү рәүеше, тәртип, әхлаҡ, талант, белем, тәрбиә – меңәр йылдар буйы быуындан-быуынға гендар тарафынан бирелеп, артабан да дауам ителә. Һәм, әлбиттә, кешенең киләсәк яҙмышы, тыуыуы һымаҡ уҡ, ғаиләнән башлана. Йәғни иң беренсе нәүбәттә киләсәккә юлды ғаилә һала. Атаһынан күргән – уҡ юнған, әсәһенән күреп, тун бесә балаларыбыҙ, шулай бит? Ошо бәләкәй генә “ғаилә” исемле дәүләттә бала яҡшыны – ямандан, һәйбәтте – насарҙан, ғөмүмән әйткәндә, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәнә. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем, балам, шу­лай ит, балам, былай ит, тип әйтеп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Күп бала ишетмәй ата-әсәһен. Әммә! Ул һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе, үҙегеҙҙе нисек тотҡанығыҙҙы, ҡайҙа тауышығыҙҙы күтәргәнегеҙҙе, кемде һөйләгәнегеҙҙе, нисек ашағанығыҙҙы, ятҡанығыҙҙы күреп, мейеһенә һеңдереп бара. Бәләкәй “шпиондар” балалар баҡсаһында уҡ үҙ ғаиләһенең тәртибен-тәрбиәһен күрһәтә башлай. Өйҙә, ғаиләлә ата-әсә тарафынан бирелгән бөтә тәрбиә багажы менән ошо бала оло тормош юлына сығып та китә бер заман. Балаларҙың үҙ аллы тормош башлауына беҙҙең ғаилә “башлығы” һәм “тотҡаһы” ҡәҙимге олоғая. Хаҡлы ялға сығып, рәхәтләнеп ҡартлыҡ кисереп, баламдан балаға ҡунаҡҡа йөрөрмөн, тип хыялланған ата-әсә ни күрә? Гел генә насип булмай икән иманлы-тәүфиҡлы, бәхетле ҡартлыҡ. Бөтә Башҡортостанды ҡоротоп алып барған эскелекте әйтәһе лә түгел. Сәсер мәлең булғас, урыр мәл дә килә лә етә.

Ниһайәт, ә “Серләшәйек”тең бында ниндәй ҡыҫылышы бар, тиһегеҙме? Алтмыш меңдән ашыу яҙылыусыһы булған был төркөмдә һәр бер кеше үҙ тормошон аноним рәүештә яҙа. Араһында йыш ҡына матур, төплө, аҡыллы итеп тормош кәртәләрен үтеүҙәре тураһында фәһемле, һоҡландырғыс яҙмалар ҙа килеп сыға. Күберәген серҙәштәрҙән, ирем эсә, ирем туҡмай, ирем балаларҙы рәнйетә тип, был хәлдән сығыу юлын һорайҙар. Төрлө фекер яҙыла: ҡатынды һүккәне, балаларыңды ал да ҡас, тигәне, түҙгәнгә – түш, тип тә кәңәш биргәндәре бар. Меҫкен аноним ҡатын: “Яратам да үҙем, балаларға ла атай кәрәк!” – тип өҙгөләнә. Аҡыллыға – ишара: тормошо дөрөҫ юлдан бармағанын аңлаған бисара һаман иренә булған кисерештәрен алға, йәғни өҫтөн ҡуя. Һорау: ни өсөн? Туҡмалып, интегеп, балалары менән төн уртаһында ҡасып йәшәгән бөтә ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырғым килә: ошондай ҡот осҡос атай кәрәкмәй улар­ға! Зинһар, балаларығыҙҙы ишетеп өйрәнегеҙ әле. Һеҙ – ир ҡатыны, иҙелеп йәшәһәгеҙ ҙә, ирем бар әле, тип тынысланаһығыҙҙыр, үҙегеҙсә уның бөтә тәрбиәһеҙлеген (этлеген тип яҙам тинем дә, эттәрҙән оялдым) аҡлай­һығыҙҙыр. Ә балалар бит психологик йәрәхәт менән ҡала. Ғүмере буйына ошо ҡурҡыу аша (кешеләрҙән, киләсәктән, тормоштан) ул нисектер йәшәргә, тормош ҡорорға, ғаиләле булырға тейеш тә баһа! Иҙелгән, әммә түҙгән серҙәштәр үҙҙәре лә балаларының энурез менән интегеүен, һуң ғына теле асылыуын, сәбәпһеҙгә тертләп илап китеүен, мәктәптә өлгәшә алмауын, хроник ауырыуҙар менән ыҙаланыуын әйтеп китә алыр ине. Тиран ирҙе тәрбиәләп буламы? Юҡ. Юҡ. Һәм тағы ла юҡ. Ул – ата-әсәһе тарафынан күптән тәрбиәләнгән, характеры һалынған шәхес. Ундай тирандар йышырағын бала сағында үҙҙәре лә ниндәйҙер күңел йәрәхәтләнеүе үткәргән. Ваҡыт үтһә лә, ата-әсәһе һалған күңел яраһы онотолоу түгел, киреһенсә, йыйылғандан-йыйыла барып, бер заман түгеләсәк, тик башҡаларға, сит кешеләргә түгел, ә үҙенең иң яҡындарына – ата-әсәһенә, ғаиләһенә. Ҡағиҙә булараҡ, йоҙроҡтоң иң тос өлөшө ҡатынына һәм балаларына төшә. Әлбиттә, теләге булһа, ғаиләһе ҡәҙерле икән, һәр бер оло, үҙаңлы кеше яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк. Тик, иғтибар итегеҙсе, ҺЕҘ уны киренән тәрбиәләй алмай­һығыҙ. Тырыш­лығығыҙ бушҡа ғына сарыф ителмәһенсе, ханымдар. Әгәр ҙә инде бында тик араҡы ғәйепле икән, күп осраҡта ир эсеүен туҡтатыу менән ғаиләлә тыныслыҡ урынлаша.

Онотмағыҙ, әсәйҙәр, һеҙҙең ҡулда – балаларығыҙҙың киләсәге, яҙмышы, бәхете. Янығыҙҙа тиран икәнен аңланығыҙмы, ҡасығыҙ! Тиранығыҙға УЙЛАНЫРҒА, АЙЫҒЫРҒА, ФЕКЕР тупларға ваҡыт бирегеҙ, серҙәштәр.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға