«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һарымһаҡ серҙәре



21.11.2018 Һарымһаҡ серҙәре

Билдәле булыуынса, һарымһаҡтың йөҙләгән ауырыуға файҙаһы бар. Селен, германий, цинк кеүек шифалы микроэлементтарға бай булыуы сәбәпле, иммунитетты күтәрә, онкологик сирҙәр менән ауырыу хәүефен кәметә. һуған менән керән кеүек үк, уның составында аллицин тигән биологик актив матдә булған эфир майҙары бар. Аллицин күп кенә микроорганизмдарҙың үҫешен тотҡарлай.

Әммә уның әүҙемлеге ашағанда түгел, ә уны ваҡ ҡына итеп турағанда, ҡырғыстан үткәргәндә йә иҙгәндә әүҙемләшә. Һарымһаҡҡа ошолай йоғонто яһағанда, унда стресҡа ҡаршы тороусы алликсин, аденозин кеүек биологик әүҙем берләшмәләр барлыҡҡа килә. Алликсин, мәҫәлән, микробтарға, вирустарға, бәшмәктәргә һәм яман шешкә ҡаршы тороу көсөнә эйә. Аденозин ҡанды шыйығайта һәм тромбтар барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһай. Бынан тыш, ул ҡандағы насар холестериндың кимәлен кәметә һәм шул рәүешле атеросклерозға юл ҡуймай.

Шулай итеп, һарымһаҡтың тәүге сере – бөтөн килеш булғанда әүҙемлеге юғалыуында. Ә инде уны ваҡлағанда, күҙәнәктәренең структураһы йәрәхәтләнә һәм ошо стресҡа яуап итеп, уға ҡаршы тороусы шифалы матдәләр бүленеп сыға. Шунлыҡтан салат һәм башҡа аҙыҡ-түлек әҙерләгәндә, һарымһаҡты ағас төйгөс менән төйөп, бер нисә минутҡа ҡуйып торорға, һуңынан ғына файҙаланырға кәңәш ителә.

Әйткәндәй, кәбеҫтә, һуған, редис, керән дә шундай уҡ биологик актив матдәләргә бай. Юҡҡа ғына хужабикәләр кәбеҫтәнән салат әҙерләгәндә, һуты сыҡҡансы ҡулдары менән ыуаламай.

Һарымһаҡтың тағы бер сере – уның шифалы үҙенсәлектәре оҙағыраҡ тотҡан һайын арта барыуында. Мәҫәлән, унан әҙерләнгән төнәтмәнең шифалы үҙенсәлеге 2 – 3 йыл үткәндән һуң тағы ла көсәйә. Баҡтиһәң, оҙағыраҡ тотҡан ваҡытта төнәтмәлә ейхоен тип аталған яңы фермент барлыҡҡа килә. Клиник тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ейхоен шештәргә ҡаршы тороу көсөнә эйә һәм ҡанды шыйығайта.

Һарымһаҡ нигеҙендә төрлө төнәтмә әҙерләйҙәр. Мәҫәлән, 4 – 5 һарымһаҡ бүлкәтен төйөп, шешәгә һалырға һәм өҫтөнә 0,5 л араҡы ҡойорға. Көнөнә ике тапҡыр болғатып, 21 көн төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп алып, көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә.

Йәки үтә күренмәле быяла шешәгә ваҡланған 5 – 7 һарымһаҡ бүлкәтен һалып, өҫтөнә 3 стакан ҡыҙыл шарап ҡойорға. 14 көнгә тәҙрә төбөнә ҡояшҡа ҡуйырға. Мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып торор­ға онотмағыҙ. Һуңынан һөҙөп, үтә күренмәгән шешәгә ҡойоп, яҡшы итеп ябырға. Уны түбәндәге схема буйынса һыу ҡушып эсергә: тәүге көн – 2 тамсы, икенсе көн – 4 тамсы, өсөнсө көн – 6 тамсы. Шул рәүешле 24 тамсыға тиклем еткерергә һәм артабан көн һайын ике тамсыға әҙәйтә барып туҡтатыр­ға. Һәр төнәтмәне лә яңы ай тыуған ваҡытта әҙерләй башларға һәм тулған айҙа тамамларға кәңәш ителә. Шулай шифаһы күберәк тейә, тиҙәр.

Һарымһаҡты үҫемлек майына ҡушҡанда, майҙың шифаһын арттырырға мөмкин. Бының өсөн 5 – 7 бүлкәтен ҡырғыстан үткәреп, бер литрлыҡ банкаға һалырға һәм өҫтөнә үҫемлек майы ҡойоп, 10 – 12 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һуңынан был майҙы салаттарға, башҡа ризыҡтарға ҡушып ҡулланырға мөмкин.

Был майҙың файҙаһы нимәлә һуң? Һарымһаҡтағы шифалы матдәләр майҙағы ирекле радикалдарҙы нейтралләштерә. Икенсе төрлө әйткәндә, яман шешкә ҡаршы тороу үҙенсәлеген көсәйтә.

Табиптар һәм ғалимдар туҡланыу рационына мотлаҡ һарымһаҡты индерергә кәңәш итә. Гиппократтың “Ашығыҙ дарыу булһын, дарыуығыҙ аш булһын” тигән кәңәшен тотоп, һарымһаҡтың шифаһы күберәк булһын өсөн, дөрөҫ ҡулланырға өйрәнегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға