08.11.2018 Сәс өсөн үләндәр

Сәс өсөн үләндәр
- Ромашка сәстәрҙең еңелсә төҫөн аса, нығыта.
- Кесерткән сәсте нығыта.
- Аир ҡойолоуҙан һаҡлай, нығыта.
- Ҡомалаҡ тубырсығы ҡауаҡты бөтөрә, сәсте нығыта.
- Йүкә сәскәһе сәстәрҙе ялтырата, матурайта, йомшарта.
- Ҡайын сәсте йомшарта, үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
- Дегәнәк тамыры сәстең тамырын нығыта, үҫешен тиҙләтә.
- Етен орлоғо төҫөн аса, асаланыуын кәметә.
- Ҡырҡбыуын һыныуын һәм ҡойолоуын тотҡарлай, үҫешенә ыңғай тәьҫир итә.
- Йылан тамыр ҡойолоуын кәметә, ялтырата.
- Имән ҡайырыһы һыныуын, ҡойолоуын, майланыуын кәметә, ҡауағын бөтөрә.