«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Әсәйеңә холҡон үҙгәртергә ваҡыт бир



26.10.2018 Әсәйеңә холҡон үҙгәртергә ваҡыт бир

Әсәйеңә холҡон үҙгәртергә ваҡыт бир
Миңә 14 йәш. Әсәйем менән йәшәйем. Атайым менән айырылышыуҙарына дүрт йыл. Атайым менән аралашам: телефон, интернет аша, һирәк булһа ла осрашабыҙ. Ул миңә ныҡ оҡшай: белемле, мине иғтибар менән тыңлай, ваҡыт бүлә. Осрашҡанда гел генә кинотеатрға, кафеға барабыҙ. Тик ошо рәүешле осрашыу оҡшай тип, яңылышмағыҙ инде. Атайым аҡыллы, сабыр, көслө кеше булып күренә, аҡсаһын да йәлләмәй. Ул бик күпте белә: Башҡортостандың үткәнен, әллә ҡасан булған ихтилалдарға тиклем! Уның менән үткәргән ваҡыттарым иң бәхетлелер, тип уйлайым. Тик бына ошо мәлдәр­ҙе әсәйем, дөрөҫөрәге, уның үҙен тотоуы ныҡ ҡына йәмһеҙләй. Тәүҙә ул, сәбәп табып, осрашыу­ға ебәрмәҫкә тырыша. Атайымды әрләй, ҡарғай. Уларҙың араһында ни булғанын аңламайым, ҡыҙыҡһынмайым да. Атайым: “Ваҡыты еткәс, аңларһың”, – тине. Әсәйемдең үҙен йәмһеҙ тотоуы мине оялта, хатта ҡурҡыта. Сөнки атайым өйгә ваҡытында алып килеп еткермәһә, ул ҡотора. Башҡаса баланы күрмәйәсәкһең, тип аҡыра. Һуңғы осрашыуҙан, тығынға эләгеп, бер сәғәткә һуңланым. Шул ваҡытта телефон аша минут һайын әрләп ҡысҡырҙы, килгәс, аҡылдан яҙған кешенән дә яманыраҡ ҡыланды. Мин әйтеп ҡарайым, атайым тынысландырмаҡсы булды – юҡҡа ғына. Икебеҙҙе бер итеп әрләп, уны ҡыуып сығар­ҙы, мине бүлмәмә бикләне.
Әлбиттә, әсәйемдең атайға үпкәһе ҙурҙыр – ул беҙҙе ташлап, йәш ҡатынға сығып киткән. Икенсе яҡтан, өйҙө, машинаны, гаражын ҡалдырып, әсәйем әйтеүенсә, паспортын ғына тотҡан да беҙҙән “ҡасҡан”. Оят булһа ла, әйтәйем, әсәйемдең ошо алама холҡон бер кем дә күтәрә алмай. Шулай ҙа уны яратам, сөнки гел генә туҙынып йөрөмәй. Тик атайҙы күрһә, ишетһә, ене ҡотора. Был нимә ул? Мин бит атайымды ла яратам.
Элина.

Ололар ҡайһы саҡ үҙҙәренең ни ҡылан­ғандарын белмәй-күрмәй китә. Әсәйең ситтән үҙен күрә алһа, ни тиер ине икән? Һис шикһеҙ, оялыр ине, шулай бит, Элина? Тимәк, уға был турала еткерергә кәрәк, йәғни ипләп кенә, матур ғына итеп әйтеп ҡара. Тәүҙә, һинең менән бик етди генә һөйләшкем килә, әсәй, тип башларға. Артабан үҙеңдең уны нисек ныҡ итеп ярат­ҡаныңды әйт: бөтә яҡшы яғын һанап сыҡ, маҡта, һоҡлан. “Ә шулай ҙа һинең өсөн ныҡ ҡына борсолам, сөнки ҡайһы ваҡыт һинән ҡурҡам”, – тип дауам итеп, уны әрләшкән ваҡытында нисек күрәһең – шуны һөйләй­һең. Һөйләшеү ваҡытында әсәйеңә үпкәләтерлек исемдәр таҡмай, көлмәй, баһаһын төшөрмәй әйтергә кәрәк. Сөнки уға ҡарата үҙеңдең күңел кисерештәреңде генә еткерәһең, шуны онотма, йәме? Иғтибар: әсәйең һинең һүҙҙәреңде иғтибар менән тыңлап, артабан атайың менән аралашыуҙы икенсе юҫыҡҡа күсерә ала, йә уның һине бөтөнләй ишетмәүе лә мөмкин. Шуға күрә лә, әгәр һөйләшергә тырышасаҡһың икән, әсәйемә минең бер һүҙем етә, һәм ул холҡон шул секундта уҡ үҙгәртәсәк, тип ышанма.
“Атайымды күрһә, ишетһә, ене ҡотора. Был нимә ул?” – тип һорағанһың, Элина һылыу. Был – әсәйеңдең атайыңа булған үпкәһе. Үҙ ваҡытында үҙ-ара хәл ителмәгән проблемалар, яуапһыҙ һорауҙар – былар­ҙың бөтәһе лә бөгөн әсәйеңдең ауыҙынан әр-битәр булып сыға. Һинең өсөн дә талаш ҡуптарыуы – әлеге лә баяғы онотолмаған үпкә арҡаһында. Тик был ситуацияны һин генә үҙгәртә алмаҫһың шул. Әсәйеңә белгес кәңәше, йәғни беҙҙең ярҙам кәрәк. Үҙ сиратыңда, Элина, аҡыллым, әсәйеңде яратыуыңды гел генә үҙенә ишеттереп тор, ҡосаҡлап һәм маҡтап алырға йыбанма. Тағы ла, Элина, әсәйең һаман да атайыңа ҡарата “тигеҙ” тын алмағас, бер-береһен сағыштырма, йәме. Йәғни, ул – яҡшы, һин – алама, тип әйтеүҙән тыйыл. Үҙеңде тынысландыр­ғым килә, Элина, һинең ярҙам менәнме, түгелме – барыбер ошо хәл үтә. Сөнки кеше ҡайһы ваҡыт былай итеп аралашырға ярамағанын үҙе лә аңлай. Һинең бурысың ниндәйме? Атайың менән әсәйеңде бер тиң яратыу, хөрмәт итеү.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға