«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күҙҙәр өсөн 10 минут



14.10.2018 Күҙҙәр өсөн 10 минут

Күҙҙәр өсөн 10 минут
Түбәндәге күнекмәләрҙе көн дә ҡабатлағанда, үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмай торор­һоғоҙ. 10 күнегеүҙең бишәүһен генә һайлап эшләргә лә мөмкин. Ә тотош комплекс­ҡа барлығы 10 минут ваҡыт етә.
1. Ике минут дауамында күҙҙәрегеҙҙе асып йомоп алығыҙ – күҙ эсендәге ҡан әйләнешен яҡшырта.
2. Ҡарашығыҙҙы горизонталь һыҙыҡ буйлап уңға күсерегеҙ, һуңынан шуны уҡ икенсе яҡҡа эшләгеҙ.
3. Бер нисә минутҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп, ҡараңғылыҡ эсендә ҡалығыҙ. Был күнегеү күҙҙәрҙең яҡшы күреүе өсөн кәрәкле матдә – родопсин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә тип иҫәпләнә.
4. Башығыҙҙы уңға-һулға, өҫкә-аҫҡа борғолағыҙ. Был ҡан әйләнешен яҡшырта.
5. Ҡарашығыҙҙы уңға-һулға, өҫкә-аҫҡа, түңәрәк яһап, 8 һаны яһап, тегеләй-былай күсерегеҙ.
6. 5 – 6 секундҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп алығыҙ. Күнегеүҙе ете тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ул күҙ мускулдарын йомшартып, ҡан әйләнешен әүҙемләштерергә ярҙам итә.
7. Өҫкө күҙ ҡабағына бармаҡтар менән баҫып, ике секунд тотоп тороғоҙ. Был күнегеү күҙ эсендәге шыйыҡса әйләнешен яҡшырта. 4 – 5 тапҡыр ҡабатлағыҙ.
8. Тәҙрә янына тороп, янығыҙҙағы бер әйбергә (мәҫәлән, тәҙрә быялаһындағы нөктә) ҡарағыҙ, һуңынан ҡарашығыҙҙы алыҫтағы әйбергә күсерегеҙ. Күнегеүҙе 10 тапҡыр ҡабатлағыҙ.
9. Күҙҙәрҙе йомоп, күҙ алмаһын аҫҡа-өҫкә күсерегеҙ. 5 – 10 тапҡыр ҡабатларға.
10. Күҙ менән һауала һүрәт төшөрөгөҙ. Тәүҙә ябай ғына геометрик фигуралар­ҙан башлап, һуңынан ҡатмарлыраҡтарына күсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға