«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Эсте таҙартыу өсөн



24.10.2018 Эсте таҙартыу өсөн

Эсте таҙартыу өсөн
Был эсемлек бер нисә аҙнала артыҡ килограмдарҙан, майҙан һәм токсиндарҙан арынырға ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 150 г “Холосас”(дарыуханала була), 25 г сенна япрағы, 2 ҡалаҡ йөҙөм кәрәк. “Холосас” үтте ҡыуа, сенна эсте йомшарта, йөҙөм калийға бай булыу сәбәпле, юғалтҡан шифалы матдәләрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Йөҙөмдө иҙеп, сенна япрағы ҡушырға һәм өҫтөнә 1,5 л һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп алып, “Холосас” ҡушып бутарға. Тәмле генә эсемлек килеп сыға. Уны бер аҙна һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. 6 көн буйы йоҡлар алдынан 1/4 стакан эсергә. Иртән торғас, эсәктәрегеҙ тулыһынса таҙарыр. Әммә был осорҙа майлы аштан баш тартырға тура килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға