«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡоро йүтәлдән кишер ярҙам итә



17.10.2018 Ҡоро йүтәлдән кишер ярҙам итә

Ҡоро йүтәлдән кишер ярҙам итә
Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, 1:2 нисбәтендә һөт ҡушып бутарға һәм талғын утта 15 – 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, йылы килеш көнөнә 1 – 2 стакан эсергә.
Шулай уҡ яңы һығылған кишер һуты ла файҙалы. Бер стакан һутҡа бер стакан һөт һәм 1/4 стакан бал алына. Ошо ҡатнашманы биш сәғәт төнәткәндән һуң, көнөнә 5 – 6 тапҡыр 1/4 стакан йылы килеш эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға