«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Компьютер алдында нисек дөрөҫ ултырырға?



08.09.2018 Компьютер алдында нисек дөрөҫ ултырырға?

Компьютер алдында нисек дөрөҫ ултырырға?
Монитор менән күҙ араһы 50 – 70 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел.
Ике компьютер араһындағы ара 2 м 20 сантиметрҙан кәм булмаһын.
Һәр 10 – 15 минут һайын ҡарашты экрандан алып, тәҙрәнән алыҫ нөктәгә ҡарарға кәрәк.
Юғары синыф уҡыусыларының компьютер алдында ултырған ваҡыты – 2,5 сәғәттән, ә 11 – 13 йәштәгеләр өсөн – 1,5 сәғәт, 8 – 10 йәшлектәр өсөн бер сәғәттән дә артмаһын. Ә 7 – 8 йәштәгеләрҙе компьютер менән таныштырырға ла кәрәкмәй. Уларҙың күреү органдары һәм нервы системаһы әлегә компьютер менән «аралашыуға» әҙер түгел.

Күҙ өсөн махсус
күнегеүҙәр

Тәҙрә аша алыҫтағы бер нөктәгә бер минут дауамында ҡарап торорға, шунан ошо уҡ ваҡытҡа күҙҙе йоморға һәм диаметры 5 мм булған ҡара түңәрәккә ҡарап торорға. Был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатларға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға