«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ниңә йоҡом туймай?



18.07.2018 Ниңә йоҡом туймай?

Ниңә йоҡом туймай?
«Уф, беләһегеҙме нисек ҡыйын икәнен? Миңә 31 йәш. Кейәүҙә түгелмен. Аптырайым үҙемә. Шул тиклем йоҡосомон. Эшкә аҙнаһына берҙе, хатта икене һуңлайым. Һуңлап килгән һайын етәксенән ғәфү үтенәм, аҙаҡтан кисен ҡалып, кеше ыңғайына эшләмәгән сәғәттәремде тултырам, тип ултырам. Башҡалар ҡайтып бөткәс, эшләге лә килмәй бит әле, етмәһә. Бына тағы аҙна башынан уҡ һуңланым. 30 минутҡа! Етәксем аңлатма яҙырға ҡушты. Яҙҙым инде, йоҡлап ҡалғанмын, тип. Ул миңә хәҙер асыҡ аңлатты: әгәр ҙә тағы бер һуңлаһам, эштән китергә тура киләсәк.
Ни эшләп шулай йоҡосомон икән?”

Ә минең һеҙгә һорау биргем килә: йоҡлар­ға нисәлә ятаһығыҙ? Ятыр алдынан нимә эшләйһегеҙ, нимә уйлайһығыҙ, ниндәй фильмдар ҡарайһығыҙ? Әгәр күңел тетрәндерерлек кино ҡарап, нервы системаһын ҡуҙғатаһығыҙ икән, тимәк, тынысланып йоҡлап киткәнсе организмға күп кенә ваҡыт кәрәк. Ә, бәлки, һеҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләйһегеҙҙер?
Йоҡо туймау сиктән тыш арыуға килтерә һәм кешенең хроник сирҙәренең ҡалҡыуына ла булышлыҡ итә.
Иртәнсәк ауыр тороуҙың ҡайһы бер сәбәптәре: һуң ятыу, һаулыҡ ҡаҡшауы, авитаминоз. Әгәр ҙә һеҙҙең һаулыҡ яҡшы икән, тимәк, көн режимын ғына үҙгәртеү ҙә һәйбәт һөҙөмтәләргә килтерәсәк. Ни тиклем ауыр булһа ла, иртәрәк ятырға өйрәнегеҙ. Әлбиттә, төн эсендә тән һәм йән ял итһен өсөн йоҡлар алдынан интернетта уйын уйнау, күңел төшөрөрлөк фильм ҡарау ҡәтғи тыйыла. Сәғәт киске ундан ҡалмай ятығыҙ, киске ашығыҙ еңелсә генә булһын – тыныс йоҡлау өсөн был мөһим. Башығыҙҙа булған борсоулы уйығыҙҙы ҡыуығыҙ, күңелегеҙгә оҡшаған көй-моң тыңлау ҙа хуплана. Бер-ике аҙна ошо тәртиптә йәшәп ҡарағыҙсы, йәме. Шулай ҙа табиптарға күренергә тәҡдим итер инем, сөнки йоҡо туймауҙың сәбәбе авитаминоздан булыуы ла мөмкин.

Әлмира ИСХАҠОВА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға