«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ



19.06.2018 Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ

Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ
“Ирем менән матур итеп йәшәүебеҙгә 17 йыл. Ике ҡыҙыбыҙ бар, мәктәп уҡыусылары. Ирем ғүмер буйы вахта менән эшләй. Тырыш ул. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Икебеҙгә ике машина хатта. Ул 3 – 6 айлап алыҫта йөрөй, ныҡ һағынам үҙен. Юҡһынам. Яңыраҡ бер ир менән аралашып киттек. Бер йылмайыуҙан, күҙ ҡарашынан, ымдан ғына башланған бәйләнеш... Ул бик ныҡ ғаиләһен ҡәҙерләй, ярата, ҡатынын хөрмәтләй. Эше ауыр һәм яуаплы. Үҙе би-ии-иик матур, аҡыллы. Миңә шул тиклем күп комплименттар, йән йылытырлыҡ һүҙҙәр әйтте – иремдән ғүмер буйы ишетмәгәнде ишеттем. Осрашып, ҡосаҡлашып, уны еҫкәп ултырыуы үҙе бер бәхет ине! Ирен­дәренең тәмен мәңге онотмам шикелле... Һөйөүемде теге иргә белдергәйнем, ул ҡырҡа киҫте: мин һиңә бер ни ҙә бирә алмайым, бер ҡасан да ғаиләмдән китмәйем, тип. Шаҡ ҡаттым. Ә тәүҙә бит, яратам, һөйәм, ти ине... Уның был һүҙҙәре мине айнытып ебәрҙе, ахыры. Матур һүҙҙәр һөйләп, мине албырғатып алып йөрөгәнме ул? Оялам. Иремдең күҙенә нисек ҡарар­ға? Ҡурҡам. Берәйһе күреп-белеп ҡалһа, ирем бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк. Һәм ғәрләнәм: шул кешегә ышанып, илереп, донъямды түңкәреп сығып китергә әҙер инем бит мин! Нисек кенә әсе үкенестән арынырға икән... Уйлап башым ҡатты...
Әҙилә”.

О мөхәббәт... Көлдөртә лә, илата ла бит ул. Юҡҡа ғына психологтар һөйөүҙе күңел сиренә тиңләмәй шул. Аңлауымса, һеҙ хәҙер 40-ты аша атлаған ханым. Тормошоғоҙ түңәрәк: ир – үҙ урынында, балаларығыҙ – ҙурайҙы. Эшегеҙ ҙә барҙыр. “Аллаға шөкөр, инде ҡартайырға ла була”, – тип тынысланғайнығыҙмы, Әҙилә? Ә йәшәйештең үҙ һынау-сюрприздары бихисап. Кешене бит тормош биреп тә, алып та һынай, ишеткәнегеҙ бармы был турала? Иң беренсе, үҙегеҙҙе әрләүҙән, яманлауҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙе үҙегеҙҙән башҡа ла яманлаусылар табылыр. Икенсенән, ошо ситуациянан үҙегеҙ өсөн ниндәй һабаҡ алдығыҙ?
– Алданмаҫ өсөн кемгәлер сикһеҙ ышанырға ярамай.
– Ялтыраған һәр бер әйбер – алтын түгел.
– Хис-тойғоларҙы йүгәнләүе ауыр, әммә мөмкин.
– Иң ҡәҙерлеһе был тормошта – үҙең ҡорған ғаилә.
Хәҙер һеҙгә кемдең кем икәне асыҡ күренә бит, шулаймы, Әҙилә? Үткәндәргә үкенеп ултырыуҙан да буш нәмә юҡ – бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Тик ошо аҡыл менән киләсәгегеҙҙе яҡшырта алаһығыҙ, был – һеҙҙең ҡулда. Үкенестәрҙән арыныу өсөн үҙегеҙҙе кисерегеҙ. Ябай ғына күнекмә: ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнегеҙҙе тәфсирләп ҡағыҙға яҙығыҙ – аҙаҡ ошо кисерештәр яҙмаһын яндырығыҙ. Үҙегеҙҙе яман итеп һүгә башлаһағыҙ, шул моментта уҡ “Туҡта!” тип кире уйҙар ағымын туҡтатыу мөһим. Әкренләп, тәрән итеп тын алыу һеҙҙе тынысландырыр, ошо ваҡытта уйҙарығыҙҙы ыңғай юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ. Йәғни “Мине ошо ситуация ниндәй яҡшы нәмәгә өйрәтте?” тигән һорауға яуап эҙләгеҙ. Тормошта дүрт аяҡлы ат та абына, ә һеҙ – ябай кеше. Әлбиттә, ситуацияны анализлап, дөрөҫ һығымталарға килһәгеҙ, киләсәгегеҙ ал да гөл буласаҡ.

Психолог Әлмира РАМАЗАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға