«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Балалар менән эшләүе оҡшай”



12.05.2018 “Балалар менән эшләүе оҡшай”

“Балалар менән эшләүе оҡшай”
Ныҡлап һауығып, аяҡҡа баҫып китеүеңдә шәфҡәт туташтарының да өлөшө ҙур булыуын дауаханала ятҡан һәр кем яҡшы аңлай. Сөнки төп процедураларҙы тап улар башҡара. Хатта кемеһенең ҡулы ҡаты, кемеһе ауырттырмай ғына укол һала, кемеһе системаны оҫта итеп ҡуя – танып-белеп бөтәһең. Ул табипҡа ҡарағанда ла ауырыу янында йышыраҡ була, хәлең насарайып китһә лә, иң беренсе ярҙамға килә.
Әлфиә Әбдрәшитова Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Яңы ғына Белорет медицина колледжын тамамлаған кеүек булһа ла, хеҙмәт стажы ун йылдан ашып та киткән. Ғөмүмән, 11-се синыфты тамамлаған Әлфиәнең медицина колледжына уҡырға барырға теләүе ата-әсәһе өсөн көтөлмәгәнерәк хәл була. Иң ҡурҡаҡ ҡыҙыбыҙ нисек итеп шәфҡәт туташы булып эшләр икән, тип аптырап ҡала улар. Шулай ҙа балаларының теләгенә ҡаршы килмәй­ҙәр, хатта атаһы үҙе үк Белорет медицина колледжына барырға тәҡдим итә.
Әбйәлил ҡыҙы тәүҙә Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһында балалар инфекция бүлегендә эшләй. Кейәүгә сыҡҡас, Бай­маҡ­ҡа күсеп киләләр. Хәҙер инде бында эш­ләүенә лә дүрт йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тәжрибә туплаған, һөнәренең бөтә нескәлектәрен үҙләштергән, эшен яратып башҡара.
– Эшем бик оҡшай. Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бигерәк тә балалар менән эшләүе күңелемә яҡын. Улар менән еңелерәк тә кеүек. Кескәйҙәрҙе күберәк йыуатып, иркәләп, алдаштырып эш итергә тура килә. Үҙемдең дә балаларым булғас, уртаҡ тел табыуы ҡыйын түгел. Коллективыбыҙ ҙа бик татыу, берҙәм. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергәләшеп эшләйбеҙ, – ти ул, эше хаҡында бәйән итеп.
Был һөнәр эйәһенән үҙ эшеңде яҡшы белеү генә түгел, ә киң күңеллелек, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек кешелек сифаттарына эйә булыу ҙа талап ителә. Әлфиә Иштимер ҡыҙы үҙенә йөкмәтелгән бурысты яҡшы аңлай. Йылы һүҙе менән дә, кәрәк саҡта талапсанлығы менән дә пациенттарының ышанысын яулай, күңеленә юл таба.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға