«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Склероздан ярҙам итә



18.05.2018 Склероздан ярҙам итә

Склероздан ярҙам итә
Бер ҡалаҡ ҡыҙыл миләш, бер ҡалаҡ мәтрүшкә, өс ҡалаҡ гөлйемештең емеш менән япрағын ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1,5 сәғәт төнәтергә һәм бал ҡушып, сәй урынына эсергә.
Һуған иҙмәһенә шул уҡ күләмдәге бал ҡушып бутарға. Ике ай буйы ошо дарыуҙы иртәле-кисле берәр ҡалаҡ эсергә.
Бер баш һарымһаҡты иҙергә һәм шуға бер стакан рафинадланмаған көнбағыш майы ҡушырға һәм бер төн һыуытҡыста төнәтергә. Иртәнсәк бер ҡалаҡ ошо төнәтмәгә бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 – 2 ай.

С. Көнһылыу.
Йылайыр районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға