«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һөйәктәр ныҡ булһын тиһәгеҙ



13.05.2018 Һөйәктәр ныҡ булһын тиһәгеҙ

Һөйәктәр ныҡ булһын тиһәгеҙ
Олоғая барған һайын, кешенең һөйәктәре ныҡлығын юғалта, һынып барыусанға әйләнә, сөнки организмға кальций етмәй. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул йыш күҙәтелә. Ә инде бер ерең һындымы, тиҙ генә төҙәлеп китер, тимә. Шуға күрә һөйәктәрҙе нығытыу, организмды кальций һәм витаминдар менән байытыу сараһын күрергә кәрәк.
Һөйәктәр өсөн ҡара емештең файҙаһы ҙур. Ғалимдар асыҡлауынса, ул остеопороздан һәм һөйәктәрҙең һыныуынан һаҡлай. Бының өсөн көнөнә бер-ике ҡара емеш ашау ҙа етә. Бынан тыш, уны бутҡаға, салатҡа ҡушырға мөмкин. Тәмле лә, файҙалы ла!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға