«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бала имеҙгәндә нисек һимермәҫкә?



02.05.2018 Бала имеҙгәндә нисек һимермәҫкә?

Бала имеҙгәндә нисек һимермәҫкә?
Күптән түгел әсәй булдым. Баламды күкрәк һөтө имеҙеп кенә үҫтергем килә, тик һөтөм әҙ һәм тағы ла артыҡ һимереүҙән ҡурҡам. Белгестәр миңә ниндәй кәңәш бирер икән?
Гүзәлиә.
Сибай ҡалаһы.

Даими рәүештә һөт төшөп торһон өсөн, дөрөҫ һәм төрлө итеп туҡланыу мөһим. Яҡынса көндәлек туҡланыу рационы 200 г иттән, шул иҫәптән тауыҡ һәм балыҡ итенән, 1 л һөттән йә кефир менән ҡатыҡтан, 100 – 150 г эремсектән. 20 – 30 г сырҙан, 500 – 600 г йәшелсәнән, 200 – 300 г емештән торорға тейеш. Майҙарҙан аҡ майға (15 – 20 г) һәм үҫемлек майына (25 – 30 г) өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бала имеҙеүсе ҡатын күп һыу эсергә лә тейеш. Сәй, һөт, кефир­ҙы иҫәпкә алғанда, көнөнә 2 л шыйыҡлыҡ етә.
Һимереүҙән һаҡланыу өсөн диетологтар майҙа ҡыҙҙырыл­ған, ҡаҡланған аҙыҡтарҙы ашар­ға ҡушмай. Иң яҡшыһы – һыуҙа бешерергә йәки быҡтырырға. Сикләүҙәр углеводтарға ла ҡағыла. Шоколад, шәкәр, ҡайнатма, аҡ икмәк, бәлеш һәм пирожный­ҙар хаҡында оноторға тура килер. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек балала аллергия тыуҙыра. Уларға цитрус емештәре, бал, ыуылдырыҡ, бәшмәк инә. Шулай уҡ һуған менән һарымһаҡтан да баш тартырға тура килер. Улар һөткә үҙенсәлекле тәм бирә һәм баланың имеүҙән баш тартыуы ихтимал.
Артыҡ ҡуйы булмаған һурпа, әстерхан сәтләүеге, кишер, һуттар һәм минераль һыуҙар күкрәккә һөт төшөүгә булышлыҡ итә. Халыҡ медицинаһы иһә укроп, әнис орлоғонан әҙерләнгән төнәтмәләр һәм сәйҙәрҙе эсергә кәңәш итә.

▼Бер стакан ҡайнар һөткә бер балғалаҡ әнис һалып, ике сәғәт төнәтергә. Бала имеҙер алдынан 10 – 15 минут элек яртышар стакан эсергә.

▼12 сәтләүек орлоғо емешен алып онтарға һәм бер стакан ҡайнар һөт ҡойоп, 2 сәғәт термос­та төнәтергә. Имеҙерҙән 10 – 15 минут алда 1/3 стакан эсергә.

▼25-әр грамм әнис орлоғо, укроп, мәтрүшкәне ваҡларға һәм бергә ҡушып бутарға. Бер стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ ошо ҡатнашманы һалып, төнәтергә. Аҙна – ун көн дауамында көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға