«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар өсөн



03.04.2018 Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандар өсөн

Йоҡоһоҙлоҡтан  йонсоғандар өсөн
Йәш саҡта йоҡо тәмле, иртән дә көскә тороп, эшкә китәһең. Ә бына олоғая килә йоҡо әллә ҡайҙа ҡаса ла ҡуя. Инде йоҡо килеп ятаһың, әммә ятыу менән йоҡо оса. Әйҙә ятаһың шунан әйләнеп-тулғанып, йоҡлап китеп булһасы. Ҡайһы саҡта күҙ ҙә элмәй төн үткәрергә тура килә. Бына шулай йоҡоһоҙлоҡтан этләнеп йөрөгәндә бер танышым яҡшы кәңәш бирҙе. Әле булһа ошо кәңәште тотам, миңә күпмелер файҙаһы тейҙе, бәлки, башҡаларға ла ярҙам итер.
Йоҡлар алдынан бер аҙ йылытылған көнбағыш майын елкә соҡорона, теләһә ҡайһы алты быуынға, устарға һәм табандарға һөртөргә. Мин был процедураны көн дә ҡабатлайым. Йоҡом да яйға һалынды, йоҡо туйғас, үҙемде лә күпкә яҡшыраҡ тоям.

Фәрзәнә.
Борай районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға