«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Табипҡа яҙылыу өсөн телефон номеры үҙгәрҙе



02.03.2018 Табипҡа яҙылыу өсөн телефон номеры үҙгәрҙе

Табипҡа яҙылыу өсөн телефон  номеры үҙгәрҙе
Әлегә тиклем табипҡа яҙылыу өсөн 09-383 һандары буйынса шылтырата инек. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был телефон номерының үҙгәреүе хаҡында хәбәр итә. 20 февралдән белгескә алдан яҙылыу өсөн 13-01 һандарын йыйыр­ға кәрәк. Кеҫә телефонынан һәм “Башинформсвязь” абоненттарына стационар телефондан шылтыратыу бушлай.
Бынан тыш, кәрәкле белгестәргә, элеккесә, поликлиниканың регистратураһында һәм doctor.bashkortostan.ru йәки gosuslugi.ru порталдары аша ла яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттәр республикала 2014 йылдан алып һаҡлана һәм педиатр­ға, стоматологҡа, гинекологҡа, дерматовенерологҡа яҙылырға мөмкинлек бирә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға