«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үпкәсел балаға нисек ярҙам итергә?



29.01.2018 Үпкәсел балаға нисек ярҙам итергә?

Үпкәсел балаға нисек  ярҙам итергә?
Биш йәшлек улым өс йыл инде балалар баҡсаһына йөрөй. Ул аралашыусан, тиҫ­терҙәре менән рәхәтләнеп уйнай. Ләкин тиҙ ҡыҙа, үпкәсел, бойорорға ярата. Әгәр уны тыңламаһалар – һуғыша. Ата-әсәләр менән тәрбиәсәләр уға зарлана. Беҙ балалар баҡсаһын да алмаштырырға әҙер. Ләкин был хәл унда ла ҡабатланмаҫмы икән?
Ләйсән С.
Өфө ҡалаһы.

Психологтар телмәрендә “балалар баҡсаһы балаһы түгел” тигән төшөнсә бар. Ундай кескәйҙәр дискомфортҡа – асығыуға, арыу­ға, тыйыуҙарға бик һиҙгер. Ғәҙәттә, ул ниндәй­ҙер ҙур булмаған неврологик тайпылыштар йәки соматик ауырыуҙар менән бәйле була (дистония, аллергия, мускулдарының юғары тонусы һ.б.). Әгәр ҙә баланы көсөргәнешле хәлдәрҙән аралаһаң, йылы мөхит булдырһың, был проблема үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
Балалар баҡсаһы – кескәйҙәр өсөн ҙур “ҡайғы”: иртә тороу, ата-әсәнән айырылыу, яратып ашамаған бутҡа, ҡысҡырып һөйләшкән тәрбиәсе, уйынсығын тартып алған икенсе бала, берәүһенең этеп ебәреүе һ.б. Борсолоусан, үпкәсел, тынғыһыҙ баланы өйҙә йәки бәләкәйерәк төркөмдә тәрбиәләү отошло буласаҡ. Ләкин был уны коллективтан бөтөнләй айырырға кәрәк, тигән һүҙ түгел. Бары аралашыу ваҡытын кәметергә кәрәк. Шулай уҡ уға оҙаҡ итеп телевизор ҡарарға ярамай, ярһытыусы уйындарҙы лә сикләү зарур.
Бындай балаға көн режимын һаҡлау бик мөһим. Дөйөм массаж, гимнастика ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Бергәләп китап уҡыған саҡта бәләгә тарыған персонаждарға иғтибар итегеҙ. Ни өсөн ул бындай хәлгә ҡалғанын, уға нисек ярҙам итергә мөмкин булғанын аңлатығыҙ.
Һәр бала – кескәй генә шәхес. Шуға ла тәрбиә алымдары тап уға тура килерлек булырға тейеш. Ата-әсәләр шуны онотмаһын ине.
Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға