«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бармаҡтарҙағы яраларҙы нисек бөтөрөргә?



18.12.2017 Бармаҡтарҙағы яраларҙы нисек бөтөрөргә?

Бармаҡтарҙағы яраларҙы нисек бөтөрөргә?
Мине бер мәсьәлә борсой. Көндәр һыуына башлау менән тырнаҡтар янындағы тире ярылып бер була. Йәй еткәнсе бөтмәй. Кремдар ҙа, төрлө май ҙа һөртөп ҡарайым, файҙаһы юҡ. Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ.
Айһылыу.
Миәкә районы.

1 Һауыт-һабаны, керҙе, иҙәнде ҡулығыҙға резина бирсәткә кейеп йыуығыҙ.
2. Көн һайын иртән 1 – 2 балғалаҡ шәкәр ҡушып буталған һырғанаҡ ашағыҙ.
3. Һәр кис ятыр алдынан ҡулығыҙға өс-дүрт тамсы иланг-иланг майы (ҡайһы бер дарыуханала һатыла) ҡушып крем һөртөгөҙ.
Ошо кәңәштәрҙе үтәһәгеҙ, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға