«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Циститтан ярҙам итә



02.02.2017 Циститтан ярҙам итә

Циститтан ярҙам итәКөҙ бик оҙаҡ цистит менән ыҙаландым. Ниндәй генә дарыу ҡулланып ҡараһам да, артыҡ ярҙамы теймәне. Аптырағас, үләндәргә мөрәжәғәт итергә булдым. Үлән менән дауаланыуҙың бик күп ысулын таптым, шулар араһынан иң ябайҙарын тәҡдим итмәксемен. Бәлки, тағы кемгәлер файҙаһы тейер.
Гөлдәриә.
Күгәрсен районы.

- 20 г бөтнөк үләненә 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 5 – 10 минут ҡайнатырға. Төнәтмә һыуынғас, берәр стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
- Бер ҡалаҡ укропҡа (орлоҡтары менән бергә) 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсергә.
- 20 грамдан йүкә сәскәһе, имән ҡайырыһы, талҡан емеш япрағын алып бергә бутарға һәм бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, банка менән һыуға ҡуйып, 15 минут ҡайнатырға. 30 минут төнәткәндән һуң, кисен йылымыс килеш берәр стакан эсергә.
- 20 г меңъяпраҡ үләненә бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 5 – 10 минут талғын утта ҡайнатырға һәм 30 минут төнәтергә. Бәүел ҡыуығы елһенгәндә көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашағандан һуң берәр ҡалаҡ эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға